04:21 (UTC+5), 29 Август 2018

Республикала физкультура дәрестәрендә балаларҙы йөҙөргә өйрәтеү күҙаллана

sportlife.ua
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 29 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Республика райондарының береһендә мәктәптәрҙә физкультура дәресендә йөҙөргә өйрәтеү буйынса пилот проектын тормошҡа ашырыу күҙаллана. Башҡортостан Йөҙөү федерацияһының яуаплы секретары Рәфис Ғабдрахманов «Берҙәм Рәсәй» партияһы ойошторған Йәмәғәт башланғыстары форумында ошондай тәҡдим менән сығыш яһаны.
«Программаның асылы – баланы спортсы итеп тәрбиәләү түгел, ә уларҙы һыуҙа үҙҙәрен дөрөҫ тоторға өйрәтеү. Улар быны белмәй. Һыуға батҡан балаларҙың төп хатаһы – һыуҙа үҙҙәрен дөрөҫ тотмауы. Статистикаға ярашлы, быйыл ғына Башҡортостанда 70-тән ашыу бала батып үлгән», — тине Рәфис Ғабдрахманов.
Программаны республика райондарының береһендә башлап ебәреү күҙаллана. Тәжрибә уңышлы булһа, ул тотош республикала таратыла. Физкультура уҡытыусылары ҡотҡарыусылар курсын үтергә тейеш. Мәктәптәрҙә бассейн булмағанлыҡтан, дәрестәр физкультура-һауыҡтырыу комплекстарында ойошторола.
«Был башланғыс йәшәүгә хоҡуҡлы. Уны «Балалар спорты» проектына индерергә мөмкин», — тип билдәләне йөҙөү буйынса Паралимпия уйындары чемпионы, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаты Оксана Савченко.
http://www.bashinform.ru/news/1202666-v-bashkirii-detey-nauchat-plavat-na-urokakh-fizkultury/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика