06:09 (UTC+5), 29 Августа 2018

Өфөлә Бөтә донъя СИОФФ конгресы уҙғарыла

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 29 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Өфөлә 15-25 сентябрҙә Халыҡ-ара фольклор һәм традицион сәнғәт фестивалдәре ойошмалары советының (СИОФФ) 48-се Бөтә донъя конгресы була. Ул VI Бөтә донъя фольклориадаһы алдынан ойошторола.
Бөтә донъя CИОФФ конгресы йыл һайын СИОФФ ағзалары булып торған төрлө илдәрҙә уҙғарыла. Сараны Халыҡ-ара фольклор һәм традицион сәнғәт фестивалдәре ойошмалары советы, Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йорто, Башҡортостан хөкүмәте, Башҡортостандың Конгресс-бюроһы ойоштора.
Конгресты уҙғарыу СИОФФ етәкселегенә һәм уның ағзаларына Башҡортостан менән танышырға һәм 2020 йылда Өфөлә Бөтә донъя фольклориадаһына йәлеп итеү күҙалланған инфраструктураны өлөшләтә һынап ҡарарға мөмкинлек бирә.
Бөтә донъя конгресы 11 көн дауам итә, уның эшендә 60 илдән — Азербайжан, Швейцария, Хорватия, Индонезия, Люксембург, Канада, Һиндостан, Финляндия, Коста-Рики, Франция, Япония, Румыния, Италия, АҠШ, Словения, Ҡытай, Венгрия, Германия, Македония, Испания, Камерун, Босния һәм Герцеговина, Мексика һәм башҡа дәүләттәрҙән СИОФФ-тың милли секциялары һәм башҡарма комитетының 200 вәкиле ҡатнаша.
Сара бер нисә майҙансыҡта: Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙа, Конгресс-холда, «Шератон» ҡунаҡханаһында уҙа.
Мәҙәни программа сиктәрендә ҡунаҡтар М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейына, Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Милли халыҡ ҡоралдары оркестры һәм «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө концерттарына бара, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы Конгресс-бюроһының матбуғат хеҙмәтендә.
http://www.bashinform.ru/news/1202714-v-ufe-proydet-vsemirnyy-kongress-cioff/
1 из 1
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика