06:38 (UTC+5), 28 Августа 2018

Башҡортостанда Сәсән көнө үтте

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 28 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Уҙған ял көндәрендә Ғафури районының Ҙур Үтәш ауылында сәсән-импровизатор Сәйфулла Төхвәтулла улы Сәғитовтың тыуыуына 125 йыл тулыуға (1983- 1957) арналған «Сәсән көнө» уҙҙы. Байрам Башҡортостандың ойошторолоуына 100 йыл тулыуға һәм 2020 йылғы Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек барышында ойошторолдо.
Сарала туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары, имам-хатиптар, райондың мосолман ҡатын-ҡыҙҙары йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре, «Мағаш тауышы» әҙәби берекмәһе ағзалары, ҡунаҡтар һәм саҡырылған кешеләр ҡатнашты.
Форумда ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, Еҙем-Ҡаран ауыл советы биләмәһе башлығы Нурсилә Хәсәнова «быға тиклем күптәргә билдәле булмаған шағир-импровизаторҙың исемен кире ҡайтарған» өсөн «Сәсән көнө»н ойоштороусыларға рәхмәт белдерҙе.
Башҡортостандың Милли архивы директоры урынбаҫары, «Табын ырыуҙары берләшмәһе» төбәк йәмәғәт ойошмаһы идараһы рәйесе Нияз Сәлимов башҡорт фольклорына ҙур өлөш индергән Сәйфулла сәсәндең тормошо һәм эшмәкәрлеге хаҡында доклад менән сығыш яһаны.
Танылған сәсәниә, филология фәндәре докторы, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгендәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының баш ғилми хеҙмәткәре Розалиә Солтангәрәева байрамға йыйылыусылар алдында ҡобайырҙар башҡарҙы. Шулай уҡ сәсәндең ҡыҙы — 91 йәшлек Кәшифә Сәйфулла ҡыҙының сығышы ла йылы ҡабул ителде, ул атаһы тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты һәм үҙе яҙған шиғырҙарын уҡыны.
Сәйфулла сәсән тураһында мәғлүмәттәр «Башҡорт энциклопедияһы»ның бишенсе томына индерелгән. Ул — «Башҡорт халыҡ ижады» йыйылмаһында тупланған әкиәттәр, мәҫәлдәр, шиғырҙар һәм бәйеттәр авторы. Уларҙың ҡайһы берҙәре байрамда урындағы һәм Юлыҡ мәктәбе уҡыусылары башҡарыуында яңғыраны.
«Ауыл халҡы, форумда ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар «Сәсән көнө»н уҙғарған өсөн ҙур рәхмәт әйтте, башҡорт сәсәндәренең ижадын пропагандалауға, сәсәнлек сәнғәтен үҫтереүгә һәм халыҡтың рухи-әхлаҡи мәҙәниәтенә ҙур өлөш индергән байрамдың әһәмиәтле булыуын билдәләне», — тине байрамдың инициаторы Нияз Сәлимов.
http://www.bashinform.ru/news/1202104-v-bashkirii-proveli-den-sesena/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика