Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
-0.88
92.22
-1.03
67.96
+2.11
7+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Август 2018, 13:14
Республикала яңы уҡыу йылында уҡыусылар һаны 12 мең кешегә артҡан
Depositphotos.com
ӨФӨ, 2018 йыл, 27 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостанда яңы уҡыу йылында уҡыусылар һаны 12 731-гә артҡан — 479 773 уҡыусы, тип белдерҙе республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә төбәктең мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова.
Беренсе класс уҡыусылары ла байтаҡ. Республикала 53 070 бала тәүге тапҡыр мәктәп тупһаһына аяҡ баҫа, был уҙған йылға ҡарағанда 719 кешегә күберәк.
«Башҡортостанда яңы уҡыу йылы башланыуға бәйле барлыҡ тантаналы саралар 1 сентябрҙә уҙғарыла, ә тәүге уҡыу көнө - 3 сентябрь», — тине министр.
http://www.bashinform.ru/news/1201704-v-bashkirii-v-novom-uchebnom-godu-na-12-tysyach-chelovek-uvelichilos-chislo-shkolnikov-/
Теги:
мәғариф
1 сентябрь
Читайте нас: