12:38 (UTC+5), 27 Августа 2018

1 сентябрь – Белем көнө: Башҡортостанда мәктәп уҡыусыларын һәм студенттарҙы иҫәпләнеләр

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 27 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 1 сентябрь — Белем көнө алдынан республика статистиктары мәктәп уҡыусылары һәм студенттары һаны буйынса мәғлүмәттәрҙе иғлан итте.
Башстат Рәсәй Мәғариф министрлығына һылтанып хәбәр итеүенсә, 2017-2018 уҡыу йылында Башҡортостанда 1318 мәктәп иҫәпләнгән, уларҙа 468 меңдән ашыу кеше белем алған.
Юғары кимәлдәге программалар буйынса гимназия кластарында — 49 меңдән ашыу, лицей кластарында — 40 мең, айырым фәндәрҙе тәрәнерәк өйрәнеү кластарында туғыҙ мең самаһы бала уҡыған.
Уҡыусыларҙың төп өлөшө дәүләт һәм муниципаль мәктәптәрҙә белем алған. Башҡортостанда 1,1 мең уҡыусы йәки уҡыусыларҙың дөйөм һанынан 0,2% ете дәүләткә ҡарамаған мәктәп хеҙмәттәре менән файҙаланған.
Республикала белем биреү рус, башҡорт, татар, сыуаш, удмурт телдәрендә алып барыла.
Бынан тыш, мари, мордва, немец, украин, латыш телдәре фән булараҡ өйрәнелә.
Студенттар һанына килгәндә, әле Башҡортостанда 112 мәғариф ойошмаһы иҫәпләнә, шуларҙың етәүһе — шәхси. Улар урта звено белгестәрен һәм квалификациялы эшселәр, хеҙмәткәрҙәр әҙерләү менән шөғөлләнә.
2017-2018 уҡыу йылында 74 меңдән ашыу студент урта звено белгестәрен әҙерләү программалары буйынса урта һөнәри белем алған.
Квалификациялы эшселәр, хеҙмәткәрҙәр әҙерләү программалары буйынса — 28 меңгә яҡын студент.
Республика вуздарында, уларҙың икәүһе дәүләткә ҡарамай, шулай уҡ юғары уҡыу йорттарының 22 филиалында 103,6 мең студент белем алған. Дәүләт вуздарында — 95,8 мең кеше, дәүләткә ҡарамаған юғары уҡыу йорттарында — 7,8 мең, тип белдерҙе статистиктар.
http://www.bashinform.ru/news/1201944-1-sentyabrya-den-znaniy-v-bashkirii-podschitali-studentov-i-shkolnikov-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика