04:01 (UTC+5), 24 Август 2018

135 көн каникул һәм 35 уҡыу аҙнаһы: 2018/2019 уҡыу йылына Башҡортостан уҡыусылары өсөн календарь

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 24 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Яңы уҡыу йылы башланыуға бер аҙна ҡалды. Шәмбе, 1 сентябрҙә, Башҡортостанда һәм илдә Белем көнө уңайынан байрам линейкалары уҙа, һуңынан уҡыуҙар башлана.
Беренсе класс уҡыусылары быйыл 33 аҙна, 2-8 кластар — 35 аҙна, өлкән кластар 34 аҙна уҡый.
Көҙгө каникулдар 28 октябрҙә башлана һәм һигеҙ көн дауам итә; ҡышҡыһы 31 декабрҙә башлана һәм 13 ғинуарҙа тамамлана; яҙғыһы (24 марттан 31-нә тиклем), йәйгеһе ғәҙәттәгесә 1 июндә башлана һәм яңы уҡыу йылына тиклем дауам итә.
Шулай уҡ уҡыусыларҙы һәм уларҙың ата-әсәләрен түбәндәге байрамдар уңайынан ял көндәре көтә: 11 октябрь — Башҡортостан Республикаһы көнө, 4 ноябрь — Халыҡтар берҙәмлеге көнө, 23 февраль — Ватанды һаҡлаусылар көнө, 8 март — Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө, 1 май — Яҙ һәм хеҙмәт байрамы, 9 май — Еңеү көнө, 4 июнь — Ураҙа байрамы, 12 июнь — Рәсәй көнө, 12 август — Ҡорбан байрамы.
http://www.bashinform.ru/news/1200924-135-dney-kanikul-i-35-uchebnykh-nedel-polnyy-kalendar-dlya-shkolnikov-bashkirii-na-uchebnyy-god-2018/
1 из 1
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика