09:55 (UTC+5), 23 Августа 2018

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә: алдағы ике көндә Башҡортостанда -2 градусҡа тиклем ҡырау төшөүе көтөлә

асыҡ сығанаҡтарҙан
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 23 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Башҡортостанда алдағы ике көндә -2 градусҡа тиклем ҡырау төшөүе көтөлә, тип хәбәр итә республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү буйынса идаралығына һылтанма менән.
Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, 24-25 августа төндә һәм иртән республикала урыны менән 0, -2 градусҡа тиклем ҡырау төшөүе мөмкин.
Шулай уҡ автомобиль юлдарының ҡайһы бер участкаларында 500-1000 метрҙан күреү мөмкинлеге менән томан төшөүе ихтимал.
Ашығыс хеҙмәттәр тупраҡҡа ҡырау төшөүгә бәйле ауыл хужалығы культураларына һәләк булыу хәүефе янауы хаҡында иҫкәртә. Үҫентеләрҙе һаҡлау сараларын күрергә тәҡдим ителә. Шулай уҡ һауа температураһының түбәнәйеүе арҡаһында электр йылытыу приборҙары менән файҙаланыу, мейес яғыу осраҡтары арта, шунлыҡтан торлаҡ, социаль-мәҙәни һәм көнкүреш тәғәйенләнешендәге биналарҙа янғын сығыу ихтималлығы бар.
http://www.bashinform.ru/news/1200749-mchs-preduprezhdaet-v-blizhayshie-dva-dnya-v-bashkirii-ozhidayutsya-zamorozki-do-2-gradusov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика