04:37 (UTC+5), 23 Августа 2018

Өфөлә ҙур ресторан комплексының эше туҡтатылды

асыҡ сығанаҡтарҙан
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 23 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Суд приставтары баш ҡаланың Октябрь районында «Лидо» ресторан комплексы биләмәһендәге бер нисә бинаның эшмәкәрлеген туҡтатты.
Ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә асыҡлыҡ индереүҙәренсә, һүҙ «һарай»ҙа урынлашҡан биналар хаҡында бара.
«Ресторан биләмәһе ҡаланың күркәм урынында урынлашыуға ҡарамаҫтан, объект янғын хәүефһеҙлеге талаптарына яуап бирмәгән, — тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Федераль суд приставтары хеҙмәте идаралығынан. — Тикшереү барышында көн һайын 500-ҙән ашыу кешенең туҡланыуын ойошторған «Мисон» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең янғын хәүефһеҙлеге өлкәһендә боҙоуҙарға юл ҡуйғаны асыҡланған. Әйтәйек, дөйөм туҡланыу предприятиеһында янғын һүндереү датчиктары юҡ, авария мәлендә сығыу юлдары һәм запас сығыу юлдары бикләнгән».
Суд «Мисон» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен административ хоҡуҡ боҙоуҙа ғәйепле тип таныны һәм етешһеҙлекте бөтөрөүҙе талап итте. Әммә ресторан комплексы етәксеһе суд талаптарын үтәмәне.
Шунан һуң бөтә етешһеҙлектәр бөтөрөлгәнсе барлыҡ биналарҙы файҙаланыуҙы административ туҡтатыу тураһында ҡарар ҡабул ителде.
«Башҡарма документ мәжбүри үтәтеү өсөн Өфөнөң Октябрь районы буйынса суд приставтары бүлегенә тапшырылды. Суд приставы-башҡарыусы тиҙ арала урынға барып, ҡарарҙа күрһәтелгән биналарҙы мисәтләп ҡуйҙы. «Мисон» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәкселеге суд приставының законлы талаптарын үтәмәгән һәм яуыз ниәт менән суд ҡарарын үтәмәгән өсөн административ һәм енәйәт яуаплылығы тураһында иҫкәртелде, — тип өҫтәнеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә. — Административ язаны үтәү ваҡытында туҡтатылған объекттың эшмәкәрлеге законһыҙ тергеҙелмәһен өсөн тикшереүҙәр уҙғарыла».
http://www.bashinform.ru/news/1200492-v-ufe-priostanovlena-rabota-krupnogo-restorannogo-kompleksa/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика