06:53 (UTC+5), 23 Август 2018

Бомба тураһында хәбәр арҡаһында Өфөнән Симферополгә рейсты тотҡарлағандар

Михаил Погомий
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 23 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Симферополь аэропортында рейстарҙың килеүен һәм осоуын бер сәғәткә тотҡарлағандар. Фонтанка.ру хәбәр итеүенсә, 22 августа кисен Ҡырым Республикаһының һауа ҡапҡаларында хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса пландан тыш саралар уҙғарғандар. Баҫма мәғлүмәттәренә ярашлы, билдәһеҙ кешенән бомба тураһында хәбәр килгән.
Тотҡарлау Өфө рейсына ла ҡағылған. Башҡортостандың баш ҡалаһынан Red Wings авикомпанияһы самолеты теҙмәнән төшөп ҡалған. Санкт-Петербургтан да самолет һуңлап килгән, ул тәүҙә Дондағы Ростовтағы запас аэродромға төшөргә мәжбүр булған. Мәскәүгә (Шереметьево) һәм Төмәнгә осорға тейешле рейстар ҙа тотҡарланған.
Бер сәғәттән Симферополь аэропортының штат эше тергеҙелгән.
http://www.bashinform.ru/news/1200598-reys-iz-ufy-v-simferopol-zaderzhali-iz-za-soobshcheniya-o-bombe-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика