Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
0
98.56
0
82.82
-0.85
1+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Август 2018, 16:27

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы конкурсы: селфи өсөн - тау велосипеды

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2018 йыл, 23 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Екатерина Камалова/. Башҡортостанда йәшәүселәрҙең селфи өсөн тау велосипедын, шулай уҡ башҡа ҡиммәтле бүләктәр отоу мөмкинлеге бар. «Башинформ» агентлығы республика биләмәһендә төшөрөлгән иң яҡшы селфиға ике фотоконкурс иғлан итә.
«Республиканы ас» («Открой республику») проекты сиктәрендәге беренсе конкурс туризмды яратыусылар өсөн ойошторолған. Туристар һәм сәйәхәтселәр Башҡортостандың билдәле тәбиғәт һәйкәлдәре янындағы фотоға әүҙем ял итеү өсөн бүләктәр ота ала. Беҙҙең лонгридта республиканың 30 күркәм урыны исемлеге менән танышып сығығыҙ һәм уларҙың береһе эргәһендә үҙегеҙҙе фотоға төшөрөгөҙ. Кадрҙа һеҙ, исемлектәге барыһына ла билдәле урын, шулай уҡ #ОткройРеспублику хэштегы булырға тейеш. Рәсемде #ОткройРеспублику хэштегы менән (бергә яҙығыҙ, бер ниндәй ҙә билдә менән айырмағыҙ) социаль селтәргә һалығыҙ. Иң күп «лайк» йыйған ун фото араһынан конкурс жюрийы бер еңеүсене һайлай.
Туризм конкурсы бүләктәре: беренсе урын — тау велосипеды, икенсе урын — турист палаткаһы, өсөнсө урын — ишкәкле кәмә.
Әгәр һеҙ тәбиғәткә сығырға бик үк яратмайһығыҙ икән, икенсе конкурс — һеҙҙең өсөн. «Һинең мөмкинлектәреңә эйә республика» («Республика твоих возможностей») проекты сиктәрендә Башҡортостандың 100 йыллығына төҙөлгән һәм әлеге көндә төҙөлөш барған объекттар янында иң яҡшы селфиға фотоконкурс иғлан ителә. Башҡортостанда инфрастурктура объекттары төҙөүҙең интерактив картаһы менән танышығыҙ һәм уларҙың береһе эргәһендә селфи төшөрөгөҙ, кадрҙа #РеспубликаТвоихВозможностей хэштегы ла булырға тейеш. Фотоны #РеспубликаТвоихВозможностей хэштегы менән социаль селтәргә һалығыҙ. Иң күп «лайк» йыйған фотолар араһынан конкурс жюрийы бер еңеүсене һайлай.
Социаль конкурстың бүләктәре: беренсе урын — ноутбук, икенсе урын — планшет, өсөнсө урын — смартфон.
Фотоконкурстарға сентябрь башында йомғаҡ яһала. Бүләктәрҙе еңеүселәр үҙҙәре килеп алырға тейеш.
Бүләкләү датаһы һәм урыны хаҡында «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының артабанғы сығарылыштарында хәбәр итербеҙ.
http://www.bashinform.ru/news/1200558-zhiteli-bashkirii-mogut-vyigrat-gornyy-velosiped-za-selfi-/
Читайте нас: