Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
24+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Август 2018, 14:29
Башҡортостанда туғыҙ археология ҡомартҡыһы мәҙәни мираҫ объекттары исемлегенә индерелгән
ӨФӨ, 2018 йыл, 22 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Башҡортостанда туғыҙ археология ҡомартҡыһы асыҡланған мәҙәни мираҫ объекттары исемлегенә индерелгән.
Тейешле
бойороҡ
республиканың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
Асыҡланған объекттар араһында — Белорет районында яңғыҙ Үҙән-4 ҡурғаны, Каменный Ключ торамаһы — был һуң бронза осороноң һәм иртә урта быуат осороноң археология ҡомартҡыһы.
Шулай уҡ беҙҙең эраның III-VIII быуатында барлыҡҡа килгән иртә урта быуат осороноң (бахмут мәҙәниәте) археология ҡомартҡыһы — Благовещен районында Удельно-Дыуанай торамаһы, Өфөлә Курочкин тауы-2, Вотикеев-2 торамалары һаҡлауға алынған.
http://www.bashinform.ru/news/1200165-v-bashkirii-devyat-pamyatnikov-arkheologii-vklyucheny-v-spisok-obektov-kulturnogo-naslediya/
Теги:
археология
мәҙәни мираҫ объекттары
Читайте нас: