06:46 (UTC+5), 21 Август 2018

Рөстәм Хәмитов мосолмандарҙы Ҡорбан байрамы менән ҡотланы

Александр Смирнов
ӨФӨ, 2018 йыл, 21 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 21 августа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика мосолмандарын Ҡорбан байрамы менән ҡотланы.
«Был байрам изге урындарға ғибәҙәт ҡылыуҙың тамамланыуын белдерә, мосолман донъяһының бай тарихын һәм мәҙәниәтен сағылдырған әхлаҡи ҡиммәттәрҙе һынландыра. Ошо көндәрҙә һәр диндар үҙенең уйҙарын һәм тойғоларын мәрхәмәткә һәм ғәҙеллеккә, яҡын кеше тураһында хәстәрлек күреүгә йүнәлтә.
Республика мосолмандары хәйриә эшмәкәрлегендә ҡатнаша, ғаилә нигеҙҙәрен һаҡлай, балаларҙа хеҙмәткә һөйөү һәм ололарға ҡарата ихтирам тәрбиәләй. Бөгөн Башҡортостанда яңы мәсеттәр төҙөлә, дини белем биреү системаһы үҫешә, конфессия-ара дуҫлыҡ нығына.
Ҡорбан байрамы республикабыҙҙа рухи күтәренкелек һәм ихлас аралашыу мөхитендә үтә. Кешеләр бер-береһен аш-һыу менән һыйлай, туғандарына, дуҫтарына һәм яҡындарына ҡунаҡҡа йөрөшә. Ошондай матур традицияларҙың бөтә быуын вәкилдәрен берләштереүе айырыуса ҡыуандыра.
Был изге байрам көнөндә һеҙгә, ҡәҙерле дуҫтар, ысын күңелдән һаулыҡ, именлек, өйҙәрегеҙгә йәм һәм йылылыҡ теләйем!», – тиелә ҡотлауҙа.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика