08:47 (UTC+5), 20 Августа 2018

Юбилей объекттары республика Хөкүмәте ағзаларына беркетелгән

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 20 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Республика хөкүмәтендә Башҡортостандың 100 йыллығына юбилей объекттарын төҙөүҙе контролдә тотоу буйынса бурыстарҙы нисек бүлеүҙәре билдәле булды. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов оператив кәңәшмәлә ошо хаҡта хәбәр итте.
– Ҡарар ҡабул ителгән. Бер миллиард һумдан ашыуыраҡ объекттар Премьер-министр урынбаҫарҙарына беркетелгән. 300-500 миллион һумдан ашыуырағы өсөн министрҙар яуаплы, – тине Рөстәм Мәрҙәнов. – Ошо планканан түбәнерәк объекттар министр урынбаҫарҙарына һәм объекттар муниципалитеттар аша ғәмәлгә ашырылған осраҡта ҡала-район башлыҡтарына беркетелә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған аҙнала Башҡортостандың 100 йыллығына әҙерлек һәм уны байрам итеү буйынса республика ойоштороу комитеты ултырышында төбәк башлығы Рөстәм Хәмитов юбилей объекттарын ваҡытында файҙаланыуға тапшырыу маҡсатында уларҙы Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьерҙарына һәм министрҙарға беркетергә тәҡдим итте.
– Әле 50-гә яҡын объект теге йәки был төҙөлөш стадияһында, – тине республика башлығы. – Эштәрҙең үтәлешен көн һайын контролдә тотоу һәм ваҡытында сафҡа индереүҙе тәьмин итеү өсөн шуларҙың иң мөһимдәренә вице-премьерҙарҙы, Хөкүмәт ағзаларын беркетергә тәҡдим итәм.
http://www.bashinform.ru/news/1199435-yubileynye-obekty-zakrepleny-za-chlenami-pravitelstva-respubliki-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика