06:30 (UTC+5), 20 Августа 2018

Өфөлә Ҡорбан байрамы-2018: байрам вәғәздәре ҡайҙа уҙғарыла, фестиваль һәм өҫтәмә маршруттар

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 20 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. 21 августа Башҡортостанда йәшәүселәрҙе өҫтәмә ял көнө көтә. Ошо көндө дингә ышанған мосолмандар Ҡорбан байрамын билдәләй. Был байрам Мәккәгә хаж ҡылыуҙың тамамланыуын аңлата, ул Ураҙа байрамына һуң 70 көн үткәс башлана.
Башҡортостандың баш ҡалаһында был көндә 19 мәсеттә һәм намаҙ уҡыу залдарында байрам вәғәздәре уҙғарыла: Дим районында «Мәҙинә», Инорс биҫтәһендә «Мәҙинә» мәсетендә, Беренсе йәмиғ мәсетендә, «Ләлә-Тюльпан» мәсет-мәҙрәсәһендә, «Ихлас», «Ғофран», «Хәмзә Хажи», «Фатиха», «Рамаҙан», Тимашев ҡасабаһында «Дания», Максимовка ҡасабаһында «Асия», Нижегородка биҫтәһендә «Мөнирә», Нуғай мәсетендә, Шакша, Иҫке Турбаҫлы ауылы мәсетендә, Мәрйәм Солтанова исемендәге мәҙрәсәлә һәм Дағстан урамы, 10/2, Сельская Богородская урамы, 45/1, Октябрҙең 40 йыллығы урамы, 9/1, «Фәләк» адрестары буйынса ғибәҙәт ҡылыу залдарында.
Бынан һуң мосолмандар «Ватан» этноауылында «Ҡорбан Хәләл Fest» байрамында ҡатнаша. Теләге булғандар спорттың төрлө төрҙәрендә ярыша һәм бушлай былау менән һыйлана ала.
Ҡорбан салырға теләгән кешеләр өсөн Зинин ҡасабаһы янында махсус майҙансыҡ йыһазландырылған (Пригородная урамы, 55, «Карауан» сауҙа үҙәге).
Өфөләр өсөн ҡала буйлап мәсеттәрҙән өс өҫтәмә маршрут ойошторола.
http://www.bashinform.ru/news/1199142-kurban-bayram-v-ufe-2018-gde-proydut-prazdnichnye-propovedi-festival-i-dopolnitelnye-marshruty/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика