09:58 (UTC+5), 16 Августа 2018

Башҡортостанда бик күп ағыулы үрмәкселәр килеп сыҡҡан, тәүге зыян күреүселәр бар

асыҡ сығанаҡтарҙан
асыҡ сығанаҡтарҙан
ӨФӨ, 2018 йыл, 16 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Өфө янындағы Нуғай ҡасабаһында ҙур һары үрмәкселәр килеп сыҡҡан. Тәүге зыян күреүселәр ҙә бар — бер ир үрмәксе тешләгәндән һуң дауаханаға эләккән, тип хәбәр итә «Башҡортостан» дәүләт телерадикомпанияһы.
Ғалимдар әйтеүенсә, был – һары эсле, ҡыҙғылт-һары башлы, ҙур яңаҡлы үрмәксе, арҡаһында һыҙат та бар. Ул ауырттырып тешләй, ағыулы, әммә үлемесле түгел. Тешләнгән урын ауырта, шешә, күңел болғана, баш әйләнә. Ләкин үрмәксе үҙе башлап һөжүм итмәй, һаҡлана ғына. Кәм тигәндә ике тешләү осрағы билдәле – зыян күреүселәр ярҙам һорап токсикология бүлеге табиптарына мөрәжәғәт иткән.
Белгестәр үрмәкселәрҙең ябырылыуын эҫе һауа торошо менән бәйләй. Әле уларҙың ҡарығыу осоро, һәм тиҙҙән улар тағы ла күбәйә.
Зоологтар был үрмәксенең Башҡортостан биләмәһенә эләгеүе осраҡлы түгел тип раҫлай – улар төрлө ерҙә тарала башлаған, һары үрмәксе республикала мәңгелеккә тороп ҡалған.
http://www.bashinform.ru/news/1197960-v-bashkiriyu-prishli-polchishcha-yadovitykh-paukov-est-pervye-postradavshie-ot-ukusov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика