Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.92
-0.33
98.9
+0.07
83.29
+0.02
9+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Август 2018, 10:27

Өфө спортсыһы Ижевскиға тиклем хәйриә марафонын йүгерҙе

instagram.com/kursant_vanechka/
instagram.com/kursant_vanechka/
ӨФӨ, 2018 йыл, 15 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Өфөнән биатлон буйынса спорт мастерына кандидат Иван Голиков Ижевскиға тиклем хәйриә марафонын йүгерҙе. Шул рәүешле ул ауыр сирле балаларға ярҙам итте.
Егет 10 көн дауамында социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә үҙенең үткән юлы хаҡында хәбәр итеп торҙо. Бер көндә Иван 50 саҡрымдан ашыу йүгергән.
«365 километр 510 метр артта ҡалды», — тип яҙҙы Голиков.
Спортсы һауа торошона иғтибар итмәйенсә, ямғырҙа ла, эҫелә лә йүгерҙе. Маҡсаты ауыр сирле балалар өсөн 200 мең һум аҡса йыйыу ине. Күпме аҡса йыйылғанлығы тураһында әлегә хәбәр ителмәй.
http://www.bashinform.ru/news/1197565-sportsmen-iz-ufy-dobezhal-blagotvoritelnyy-marafon-do-izhevska/
Читайте нас: