10:57 (UTC+5), 15 Август 2018

Башҡортостанда мәктәп кәрәк-яраҡтарының хәүефһеҙлеге буйынса «ҡыҙыу элемтә» асылды

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 15 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда Роспотребнадзорҙың төбәк идаралығы балалар тауарҙары, мәктәп кәрәк-яраҡтарының сифаты һәм хәүефһеҙлеге мәсьәләләре буйынса халыҡҡа һәм шәхси эшҡыуарҙарға консультациялар ойоштора. Эксперттар 15 августан 3 сентябргә тиклем телефон аша барлыҡ һорауҙарға яуап бирә. «Ҡыҙыу элемтә» телефоны: 8-800-700-90-30.
Ярҙамды Башҡортостан Республикаһында Гигиена һәм эпидемиология үҙәге ҡарамағындағы Ҡулланыусылар өсөн консультация үҙәктәрендә лә алырға мөмкин.
Күҙәтеү ведомствоһында асыҡлыҡ индереүҙәренсә, «ҡыҙыу элемтә» эш көндәрендә иртәнге сәғәт 10-дан 4-кә тиклем эшләй, тәнәфес сәғәт 12-нән 1 тула 15 минутҡа ҡәҙәр, шылтыратыу бушлай.
Көндөҙгө сәғәт 1-ҙән 4-кә тиклем Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһендә (450054, Өфө ҡалаһы, Рихард Зорге урамы, 58-се йорт, 104-се бүлмә) консультация алырға мөмкин.
Башҡортостан Республикаһында Гигена һәм эпидемиология үҙәгенең ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса консультациялар үҙәгенә 8 (347) 287-85-18 телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә.
http://www.bashinform.ru/news/1197744-v-bashkirii-otkryta-goryachaya-liniya-po-bezopasnosti-shkolnykh-tovarov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика