Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.51
-0.79
98.91
-0.65
87.98
+0.08
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Август 2018, 14:28

Башҡортостанда Дим буйы йәштәре йыйыны уҙҙы

ӨФӨ, 2018 йыл, 13 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Ял көндәрендә Башҡортостанда, Дәүләкән районының Яңы Яппар ауылы эргәһендә, Дим буйы йәштәре йыйыны уҙҙы.
Ойоштороусылар — Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Дәүләкән районы хакимиәте булышлығында Дәүләкән районы мөхтәсибәте.
Сараға 600-гә яҡын кеше йыйылды. Ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ике майҙансыҡ эшләне.
Тәүгеһендә, ир-егеттәр секцияһында — хәҙерге йәштәрҙе борсоған мәсьәләләрҙе һәм заман саҡырыуҙарын, икенсеһендә ҡатын-ҡыҙҙар йәмәғәт ойошмаларының йәмғиәттең социаль һаулығына йоғонтоһон тикшерҙеләр.
Роберт Юлдашев, Айгөл Муллагилдина, Илгизә Абдрахманова һәм башҡа башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары ҡатнашлығында спорт ярыштары һәм байрам концерты булды, тип хәбәр итте Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының йәштәр бүлегенең социаль-хәйриә эшмәкәрлеге координаторы Данил Сөләймәнов.
http://www.bashinform.ru/news/1196730-v-bashkirii-proveli-slet-molodezhi-ustya-reki-dyemy/
Читайте нас: