08:51 (UTC+5), 10 Августа 2018

Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың төҙөлөш комплексы хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградаларын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2018 йыл, 10 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Төҙөүселәр көнө алдынан төбәктең төҙөлөш өлкәһендә эшләгән 55 хеҙмәткәрҙең һөнәри ҡаҙаныштары почёт грамоталары һәм маҡтаулы исемдәр менән билдәләнде.
– Ҡала һәм ауылдарыбыҙҙың, бөтә илгә билдәле сәнәғәт предприятиеларының тарихы – бик күп быуын төҙөүсе-коллегаларығыҙҙың хеҙмәт тарихы ул. Бала саҡтан яратҡан урамдар һәм бульварҙар, боронғо өйҙәр һәм заманса күп ҡатлы йорттар, театрҙар, сауҙа комплекстары – беҙҙе уратып алған һәм шатландырған, хеҙмәт һәм ярҙам иткән бөтә нәмә төҙөүселәр ҡулы менән һалынған, – тине Рөстәм Хәмитов. – Төҙөлөш комплексында юғары квалификациялы белгестәр, йәмғиәттә ҙур ихтирам яулаған үҙ эшенең оҫталары эшләне һәм эшләй. Ветерандарыбыҙҙың һәр береһе юғары профессионализм, хеҙмәт һөйөүсәнлек һәм ысын илһөйәрлек өлгөһө булып тора.
Башҡортостан төҙөлөш эштәре күләме буйынса илдең тәүге ун төбәге иҫәбенә инә, тип билдәләне республика башлығы. Торлаҡ һәм производство объекттарынан тыш, төбәктә газ селтәре һуҙыла, сәнәғәт һәм социаль объекттар һалына. Уҙған йылда ғына туғыҙ яңы мәктәп һәм 16 балалар баҡсаһы асылды.
– Тармаҡҡа йәш, квалификациялы, аҡыллы кадрҙар кәрәк. Бөгөн белгестәр етмәү проблемаһы барыһына ла билдәле. Төҙөлөш тармағында ғына түгел – бөтә ерҙә лә тиерлек инициативалы, белемле кешеләр етмәй. Әлбиттә, уларҙы тәрбиәләргә кәрәк, шул иҫәптән һеҙҙең коллективта, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Төҙөүсе эшенең ауыр икәнен аңлайым. Йылдың теләһә ниндәй миҙгелендә төҙөлөш майҙансығында булырға, бөтә ғәрәсәттәргә ҡаршы торорға кәрәк. Ләкин йәштәрҙе йәлеп итеү, йәштәр менән эшләү зарур.
Төбәк етәксеһе тармаҡ алдында торған бурыстарҙы билдәләне һәм төҙөүселәргә эштәрендә уңыштар теләне.
– Хөрмәтле дуҫтар, киләсәктә лә бөтә эшегеҙ кешеләргә уңайлы йәшәү шарттарын булдырыуға, тәү сиратта уларҙың торлаҡ мәсьәләләрен хәл итеүгә йүнәлтелер тип көтәбеҙ, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Беҙҙең төҙөлөш комплексы үҫешер һәм Рәсәй Президенты ҡуйған яңы үрҙәргә артылыр тигән өмөттәбеҙ.
Сығыштың тулы стенограммаһы һәм бүләкләнеүселәр исемлеге республика Башлығының рәсми сайтында баҫылған.
1 из 9
http://www.bashinform.ru/news/1195682-rustem-khamitov-vruchil-gosudarstvennye-nagrady-rabotnikam-stroitelnogo-kompleksa-bashkortostana/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика