06:13 (UTC+5), 10 Августа 2018

Өфөлә мәғариф буйынса республика кәңәшмәһенең фекер алышыу майҙансыҡтары эшләй

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 10 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Бөгөн, 10 августа, Өфөлә мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһе бара. Өфөләге Конгресс-холға дәүләт власы вәкилдәре, педагогика һәм мәғариф өлкәһендәге белгестәр уҙған уҡыу йылына йомғаҡ яһарға һәм киләсәккә пландар билдәләргә йыйылды.
Быйылғы кәңәшмәнең темаһы «Заманса хәүефһеҙ белем биреү мөхитен булдырыу» тип атала. Фекер алышыу майҙансыҡтары үҙ эшен башланы ла инде. Фекер алышыуҙарҙан һәм түңәрәк өҫтәлдәрҙән һуң пленар ултырыш уҙа. Мәғариф өлкәһендәге белгестәр уҡыусыларҙың база кимәлендәге күнекмәләрҙе үҙләштереүен, өс йәшкә тиклемге балаларҙы иртә үҫтереү өсөн шарттар тыуҙырыуҙы, һөнәри белем биреүҙе яңыртыуҙы, заманса инклюзив белем биреүҙе үҫтереү өсөн шартар булдырыуҙы тәьмин иткән яңы уҡытыу һәм тәрбиә алымдарын индереү мәсьәләләрен ҡарай.
Шулай уҡ август кәңәшмәһендә «Талант һәм уңыш» мәғариф фонды етәксеһе урынбаҫары, «Сириус» мәғариф үҙәгенең белем биреү программалары үҙәге етәксеһе Алексей Турчин, «Сириус» мәғариф үҙәгенең уҡытыу-методика үҙәге етәксеһе урынбаҫары Артем Лопатин, Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының Эшсе кадрҙар әҙерләү һәм өҫтәмә һөнәри белем биреү өлкәһендәге дәүләт сәйәсәте департаменты директоры урынбаҫары Алексей Левченко, һөнәри белем биреү ойошмалары, ата-әсәләр берләшмәһе вәкилдәре сығыш яһай.
http://www.bashinform.ru/news/1195824-v-ufe-nachali-rabotu-diskussionnye-ploshchadki-respublikanskogo-avgustovskogo-soveshchaniya-po-obraz/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика