06:50 (UTC+5), 10 Августа 2018

Баш ҡалала юғары һәм урта һөнәри белем биреү учреждениеларын тамамлағандар өсөн вакансиялар йәрминкәһе була

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 10 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә юғары һәм урта һөнәри белем биреү учреждениеларын тамамлағандар өсөн вакансиялар йәрминкәһе була.
16 августа йәштәрҙе Өфөләге халыҡ мәшғүллеге үҙәгенә саҡыралар. Йәрминкәлә администратор, белгес, тәрбиәсе, диспетчер, инженер, кондуктор, консультант, курьер, менеджер, шәфҡәт туташы, официант, ашнаҡсы, һатыусы һәм башҡа һөнәрҙәр тәҡдим ителә.
Йәрминкәгә килгәндәргә мәшғүллек өлкәһендәге дәүләт хеҙмәттәре күрһәтелә, компьютер диагностикаһы һәм һөнәри йүнәлеш, һөнәри белем биреү, мәшғүллектең хоҡуҡи мәсьәләләре буйынса консультациялар үткәрелә.
Уҙғарыу урыны һәм ваҡыты: Ибраһимов бульвары, 47/1, иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 12-гә тиклем.
http://www.bashinform.ru/news/1195770-v-ufe-sostoitsya-yarmarka-vakansiy-dlya-vypusknikov-obrazovatelnykh-uchrezhdeniy-vysshego-i-srednego/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика