07:26 (UTC+5), 08 Августа 2018

Башҡортостандың Благовещен районында үткән дауыл эҙемтәләре хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт билдәле булды

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 8 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.
Башҡортостандың Благовещен районында үткән дауыл эҙемтәләре хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт билдәле булды. 7 августа төндә, халыҡтың күбеһе йоҡлаған мәлдә, Осиповка ауылында көслө ел башлана. Көсәйгән сағында өйҙәрҙең ҡыйыҡтарын алып ташлай.
Емерелгән ҡаралтылар баҡсалағы уңышты һәләк итә. Урында йәшәүселәр һүҙҙәренсә, 10 минут эсендә стихия байтаҡ зыян килтерә. Осиповка ауылында ғына 20-нән ашыу йорт дауылдан зыян күрә.
Әле ауыл халҡы емереклектәрҙе тергеҙеүен дауам итә һәм үҙ көсө менән ҡыйыҡтарҙы, ҡоймаларҙы төҙөкләндереүгә тотонған. Килгән зыянды улар бер нисә йөҙ мең һумға баһалай.
Ел электр тапшырыу сымдарын да өҙгән. Халыҡ әйтеүенсә, республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы уларға емерелгән өйҙәрҙе тергеҙеүҙә ярҙам итергә вәғәҙәләгән.
Страховкаланған йорт хужалары эксперттарҙың баһаһын көтә, шуға күрә ремонт эштәрен башламайҙар. Ләкин ашығыс рәүештә ҡыйыҡтағы тишектәрҙе ямайҙар.
Ауыл халҡы араһында зыян күргәндәр юҡ, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан. Әммә тәбиғәт ғәрәсәтенең эҙемтәләре күпкә аяныслыраҡ булыуы ихтимал ине. «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы мәғлүмәте буйынса, шул төндә Двойничковтар ғаиләһе йортонда Осиповкаға өләсәләренә ҡунаҡҡа килгән ете бала йоҡлап ятҡан. Төнгө сәғәт 1 тирәһендә уларҙың өҫтөнә генә түшәм емерелеп төшкән. Ышаныуы ауыр, ләкин 4-15 йәшлек балалар ныҡ имгәнмәгән.
http://www.bashinform.ru/news/1194907-stali-izvestny-podrobnosti-o-posledstviyakh-uragana-v-blagoveshchenskom-rayone-bashkirii/
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика