04:09 (UTC+5), 07 Августа 2018

Плюс-сайз ҡатын-ҡыҙҙар өсөн Өфө проекты халыҡ-ара кимәлгә сыҡты

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 7 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Плюс-сайз ҡатын-ҡыҙҙар өсөн Өфө проекты халыҡ-ара кимәлгә сыҡты. Фотоға төшөү Мәскәүҙә уҙҙы. Унда 42-58-се үлсәмле кейем кейгән 22-73 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнашты.
«Стереотиптарҙы бөтөрөүҙе дауам итәбеҙ. Тәүге тапҡыр эксперимент уҙғарып ҡарарға булдым һәм Рәсәйҙең баш ҡалаһында ҡыҙыл һыҙатта фотоға төшөү ойошторҙом, — тип һөйләне проект етәксеһе Эльвира Ишморатова. — Эйе, ниндәйҙер экстрим булды, хатта тәжрибәле моделдәр ҙә һәр саҡ үҙҙәрен ҡулға ала алмай. Минекеләр ҙә тулҡынланды, ләкин троллейбустар һәм лексустар сигнал биреп үтә башлағас, йөҙҙәренән йылмайыу китмәне һәм барыһы ла шыма үтте!».
Проектты халыҡ-ара команда әҙерләне: Минскиҙан фотограф Евгений Гойло, дизайнер Наталья Гайдаржи Белоруссияла һәм Рәсәйҙә эшләй, визажист-стилист Нурижат Османова Дағстандан. Моделдәр араһында Рәсәй һәм Әрмәнстан вәкилдәре бар ине.
Ойоштороусы булып fashion-модель, Stikhia студияһы етәксеһе, халыҡ-ара матурлыҡ конкурстары еңеүсеһе, Moscow Fashion Week, Estet FashionWeek, Belarus Fashion Week бәйгеләрендә ҡатнашҡан Эльвира Ишморатова сығыш яһаны.
«Урам модаһы (street fashion) – кейемдә ҡиммәтле брендтарға һәм бөгөн бик популяр булған гламур идеологияһына ҡаршы торған йүнәлеш ул. Моделдәрем кейемдәрен оҫта һайланы, урам модаһының һәм тәбиғи матурлыҡтың өҫтөнлөктәрен билдәләне, фотоға төшөү нескәлектәренә төшөндө. Ҡыҙҙарҙың һәм медиа вәкилдәренең ошондай социаль, мәҙәни, модалы проекттар булдырыуыбыҙ һәм тренд биреүҙе дауам итеүебеҙ хаҡындағы фекерҙәрен уҡып шатланам», — тип билдәләне Эльвира Ишморатова.
ttp://www.bashinform.ru/news/1194293-ufimskiy-proekt-dlya-zhenshchin-plyus-sayz-vyshel-na-mezhdunarodnyy-uroven/
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика