11:33 (UTC+5), 06 Августа 2018

Әсәһенә ялға ҡайтҡан йәш ҡатын һыуға батып барған баланы ҡотҡарған

ӨФӨ, 2018 йыл, 6 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфөнән Дүртөйлөлә йәшәгән әсәһенә ялға ҡайтҡан Анастасия Васильева һыуға батып барған баланы ҡотҡарған.
Был көндә йәш ҡатын 10 һәм 6 йәшлек ҡыҙҙары, әсәһе, апаһы һәм әхирәте менән Ағиҙел буйында ял иткән. Улар йөҙгән арала Анастасия үҙҙәре эргәһендәрәк һыуҙа сәпелдәгән өс малайҙы, ярға сыҡҡас иһә ике генә баланы күреп ҡалған. Уларҙың өсөнсө дуҫын ағым ағыҙып алып киткән: малай ваҡыты-ваҡыты менән һыу өҫтөндә күренгеләгән.
Күп уйлап тормайынса йылғаға һикерҙем һәм малай янына йөҙөп барҙым, тип һөйләй хәҙер Анастасия ошо мәлде иҫләп.
«Бер ҡасан да уның эргәһенә барып етә алмаҫмын һымаҡ тойолдо, һыу ебәрмәй кеүек ине. Күҙ ҡырыйы менән икенсе яҡтан, күрше пляждан, ир-егеттәрҙең малай янына йүгереүҙәрен күрҙем. Балаға етергә бер метр ҡалғас, ул һыу аҫтына китте. Был мәлдә, барыһы ла бөттө, сумһам да таба алмаҫмын тип уйланым. Ләкин бына мөғжизә: ул йәнә күренде һәм тап минең алдымда. Ҡулынан тотоп алдым да тартып сығара башланым. Уға миңә тотонмаҫҡа ҡуштым, ул саҡта икебеҙ һыу аҫтына китер инек. Кирегә табан йөҙөү ҙә мәңгелек кеүек күренде. Бер нисек тә йылғаның төбөнә баҫа алманым», — тине Анастасия.
«Ул ваҡытта уның телефон номерын һорарға ла уйламағанмын, барыһы ла шок хәлендә ине. Ләкин малайҙың әсәһе мине тапты, уның менән һөйләшеп алдыҡ», — тип өҫтәне ҡотҡарыусы.
Дүртөйлөлә Ағиҙел буйындағы ҡырағай пляжда күптәр ял итергә ярата, бында ҡотҡарыусылар юҡ, тип уртаҡлашты Анастасия. Был хәл ҡатындың ҡыҙҙары алдында була һәм улар әсәһенә бер ҡасан да өлкәндәрһеҙ һыуға яҡын бармаҫҡа һүҙ бирә.
«Тормошобоҙҙа иң ҡәҙерлеһе — балалар. Шуға күрә сит баланы үҙемдекеләй күреп һыуға һикерҙем. Әсәлек инстинкты уянды», — ти Анастасия.
http://www.bashinform.ru/news/1193598-ufimka-priekhavshaya-k-mame-v-otpusk-spasla-tonushchego-rebenka-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика