07:01 (UTC+5), 06 Августа 2018

Рөстәм Хәмитов Красноярск крайындағы авиафажиғәлә һәләк булған яҡташтарыбыҙҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтергә ҡушты

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 6 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәтенә Красноярск крайында вертолет ҡолау һөҙөмтәһендә һәләк булған яҡташтарыбыҙҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү мөмкинлеген ҡарарға ҡушты. Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов оператив кәңәшмәлә ошо турала хәбәр итте. Кәңәшмә һәләк булғандар иҫтәлегенә бер минутлыҡ тынлыҡтан башланды.
Фажиғә 4 августа иртән теркәлгән. Вахта менән эшкә йөрөүселәрҙе ташыған «ЮТэйр» авиакомпанияһы вертолёты Игарка ҡалаһынан 180 саҡрым алыҫлыҡта ҡолаған. Авиаһәләкәттә вертолёттағы 15 пассажир һәм өс экипаж ағзаһының ғүмере өҙөлгән. Һәләк булғандар араһында Башҡортостандан: Бөрө, Ишембай, Ҡалтасы, Краснокама, Мәләүез райондарынан, Бәләбәй һәм Ишембай ҡалаларынан ете кеше бар.
- Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Красноярск крайының һаулыҡ, социаль сәйәсәт министрлыҡтары һәм башҡа хеҙмәттәре менән әүҙем үҙ-ара эш итә. Әле «Роснефть» компанияһы, «Согаз» страховкалау компанияһы, «ЮТэйр» компанияһы яғынан туғандарына ярҙам итеү тураһында ҡарар ҡабул ителгән. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов та вафат булғандарҙың ғаиләләренә булышлыҡ итеү мөмкинлектәрен ҡарарға ҡушты, — тине Рөстәм Мәрҙәнов. — Уларҙың Ванкорск ятҡылығында вахта менән эшләп йөрөгән ғаилә туйындырыусылар икәнлеге аңлашыла. Ошо йөкләмәне үтәү өсөн беҙ барыһын да эшләрбеҙ, әле ярҙам күрһәтелә лә инде.
Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры һүҙҙәренсә, республикала һәләк булғандарҙың туғандарына һәм яҡындарына психологик һәм медицина ярҙамы ойошторолған.
http://www.bashinform.ru/news/1193858-rustem-khamitov-poruchil-okazat-podderzhku-semyam-zhiteley-bashkortostana-pogibshikh-v-aviakatastrof/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика