14:47 (UTC+5), 06 Август 2018

Ми-8 вертолетында һәләк булғандарҙың кәүҙәләрен бөгөн кис Красноярскиға алып киләләр

ӨФӨ, 2018 йыл, 6 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Красноярск крайында фажиғә эҙемтәләрен бөтөрөү, ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү буйынса эш дауам итә. Мәрхүмдәрҙең кәүҙәләрен бөгөн кис Красноярскиға алып килеүҙәре ихтимал. Мәйеттәрҙе таныу буйынса ҡатмарлы эш тора.
«Штаб эшләүен дауам итә, компаниялар вәкилдәре туранан-тура ҡатнаша. Оператив штабтың авиаһәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса эшенең күпселек өлөшө башҡарылған да инде. Бөгөн барлыҡ һәләк булғандарҙың туғандарының йәшәгән урыны билдәле. Хәҙер кемдең килеүен аңларға, ҡаршы алырға, психологик ярҙам күрһәтергә һәм оҙатып йөрөргә кәрәк», — тип билдәләне Красноярск крайы губернаторы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Александр Усс.
Красноярск крайында Ми-8 вертолеты авиафажиғәһендә һәләк булғандарҙың ғаиләләренә компенсациялар түләнә. Улар араһында Башҡортостандан ете кеше бар.
ТАСС агентлығының UTair авиакомпанияһы вәкиленә һылтанып хәбәр итеүенсә, һәр пассажир 2,025 миллион һумға страховкаланған, ә экипаж ағзаһының ғүмере 1 миллион һумға страховкалана, социаль страховкалау линияһы буйынса туғандарына тағы ла 1 миллион һум түләнә. Мәрхүмдәрҙең яҡындары страховка аҡсаһы ла алыр, тип вәғәҙәләне «Роснефть».
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәтенә Красноярск крайындағы авиафажиғәлә ғүмерҙәре өҙөлгән яҡташтарыбыҙҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү мөмкинлеген ҡарарға ҡушты.
4 августа иртән Игарка ҡалаһынан 180 саҡрым алыҫлыҡта Ми-8 вертолеты һәләкәткә осраны, һөҙөмтәлә өс экипаж ағзаһы һәм 15 пассажир — «РН-Ванкор» һәм подряд ойошмалары эшселәре һәләк булды. Бөгөн Красноярск крайында матәм көнө иғлан ителгән.
http://www.bashinform.ru/news/1193987-tela-pogibshikh-pri-krushenii-vertoleta-mi-8-budut-dostavleny-v-krasnoyarsk-segodnya-k-vecheru/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика