12:44 (UTC+5), 06 Августа 2018

Башҡортостанда мәктәп һәм балалар баҡсаларының матди-техник базаһын нығытыуға 1 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленә

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 6 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡушыуы буйынса мәғариф объекттарының матди-техник базаһын нығытыуға 1 миллиард һумдан ашыу бүленә. Был аҡса республика ҡаҙнаһына өҫтәмә килем иҫәбенә ингән. Республика Хөкүмәте премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов оператив кәңәшмәлә ошо турала белдерҙе.
Рөстәм Мәрҙәнов һүҙҙәренсә, 300 миллион һум самаһы — республика белем биреү учреждениеларын капиталь төҙөкләндереүгә, 360 миллион һумға яҡыны муниципаль учреждениеларҙы капиталь ремонтлауға йүнәлтелә. Атап әйткәндә, был янғынға ҡаршы хәүефһеҙлекте көсәйтергә һәм объекттарҙы террорҙан һаҡлауҙы тәьмин итергә тейеш.
85 миллион һумдан күберәге мәғариф учреждениеларын аккредитация өсөн кәрәкле WorldSkills стандарттарына ярашлы итеүгә китә. Шулай уҡ Башҡортостанда Һәләтле балаларҙы һәм йәштәрҙе үҫтереү концепцияһын тормошҡа ашырыу барышында белем биреү технопарктарында балаларҙы уҡытыуға аҡса бүленә. Моноҡалаларҙа технопарктар булдырыуға 64 миллион һум ҡаралған.
Балалар баҡсаларында капиталь ремонт өсөн 100 миллион һумдан ашыуыраҡ бүленә — тәү сиратта был аҡса ясле төркөмдәре өсөн шарттар тыуҙырыуға йүнәлтелә.
http://www.bashinform.ru/news/1193941-v-bashkortostane-na-ukreplenie-materialno-tekhnicheskoy-bazy-shkol-i-detskikh-sadov-vydelyat-bolee-1/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика