13:01 (UTC+5), 03 Август 2018

Водитель танытмаһына имтиханды ҡатмарлаштырырға теләйҙәр

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 3 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Рәсәйҙә «майҙансыҡ» һәм «ҡала» нормативтарын бер практик өлөшкә берләштереп, водитель танытмаһын алыуға имтихандар тапшырыу ҡағиҙәләрен үҙгәртеүҙәре ихтимал. Шулай уҡ автомагистралдәрҙә йөрөтөргә өйрәнеүҙе тыйыуҙы бөтөрөргә тәҡдим ителә. Тейешле проектты Эске эштәр министрлығы әҙерләгән, тип хәбәр итә «Известия».
Әгәр үҙгәрештәрҙе хуплаһалар, «теория»нан һуң шунда уҡ кеше артабан һынауҙар үтеү өсөн урамдарға сыға. Практик йөрөтөүгә күберәк иғтибар бүлергә ниәтләйҙәр. Был водителдәр әҙерләүҙе яҡшыртырға һәм юлдарҙа авариялар һаны кәметергә тейеш. Өҫтәүенә мотоциклсылар өсөн ЮХХДИ-на «майҙансыҡ» тапшырыуҙы ҡалдырырға хәл ителгән.
Эске эштәр министрлығы шулай уҡ һынауҙарҙың теоретик өлөшө ваҡытында мотлаҡ аудио- һәм видеотеркәү индерергә тәҡдим итә, уны беренсе имтиханды тапшыра алмағандан һуң 7-30 көн эсендә ҡабаттан бирергә мөмкин.
«Практика»ны яңынан тапшырыу өсөн ике ай ваҡыт бүлеү ҡаралған. Ләкин буласаҡ водитель тамамлаған автомәктәптең тейешле лицензияһы булмауы асыҡланһа, уға һынауҙы ҡабаттан биреүҙе кире ҡағыуҙары мөмкин.
http://www.bashinform.ru/news/1193046-ekzamen-na-voditelskie-prava-khotyat-uslozhnit/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика