10:35 (UTC+5), 03 Августа 2018

Һауа-десант ғәскәрҙәре көнөндә десантсылар Өфө урамдары буйлап автоуҙыш ойошторҙо

Георгий Шишкин
Георгий Шишкин
Розалиә Вәлиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 3 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Өфө десантсылары үҙҙәренең һөнәри байрамында 2 августа ҡаланың үҙәк урамдары буйлап автоуҙыш ойошторҙо.
«Десантсылар күңел аса. Аграр университеты эргәһендә бер нисә һыҙатты яптылар, машиналарынан сыҡтылар. Ҡулдарына флаг тотоп алғандар. Автоколоннала велосипедсылар ҙа бар», — тип хәбәр итте шаһиттар.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Һауа-десант ғәскәрҙәре көнөнә арналған традицион байрам саралары Өфөлә «Ағиҙел аръяғы» аэродромы биләмәһендә лә үтте.
Байрам ҡунаҡтары өсөн Вязьма ҡалаһының «Русь» пилотаж төркөмөнән Л-39 парашютсылары һәм штурмовиктары һәм урындағы «Көмөш ҡанаттар» аэроклубы пилоттары сығыш яһаны. Һауа-десант ғәскәрҙәре ветерандарының да күрһәтмә сығыштары, шулай уҡ төрлө викториналар, конкурстар һәм спорт ярыштары булды.
http://www.bashinform.ru/news/1193004-v-den-vdv-desantniki-ustroili-avtoprobeg-po-ulitsam-ufy/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика