08:01 (UTC+5), 02 Август 2018

Башҡортостандың иң яҡшы комбайнсылары Рөстәм Хәмитовтан автомобилдәр менән бүләкләнә

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 2 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Йыл йомғаҡтары буйынса уңыш йыйыуҙа иң юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән республика ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнә. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ауыл хужалығы продукцияһын етештереүгә һәм һатыуға арналған түңәрәк өҫтәлдә ошо турала белдерҙе. Сара «Баҫыу көнө – 2018» семинар-кәңәшмәһе барышында уҙҙы.
– Быйыл иң шәп мехнизаторҙарҙы, комбайнсыларҙы дәртләндереүҙе дауам итәбеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Мин ун «Шевроле» автомобилен һатып алыуға 8 миллион самаһы аҡса бүлеү тураһындағы тейешле документҡа ҡул ҡуйҙым. Һәйбәт эшләһәк, уңышты йыйып алһаҡ һәм һөҙөмтәләр яҡшы булһа, октябрь аҙағында-ноябрь башында берлектәге ултырыш үткәрербеҙ, иң яҡшыларҙы билдәләрбеҙ, кешеләр наградалар алыр.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, аграрийҙар араһында конкурс 2016 йылдан уҙғарыла, уның инициаторы булып Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов сығыш яһаны. Йыл һайын ун иң яҡшы ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре – иген йыйыу комбайндары, үҙөйөрөшлө сапҡыс операторҙары, йөк автомобилдәре водителдәре, сөгөлдөр йыйыу комбайндарын йөрөтөүселәр, механизаторҙар һәм башҡалар – төбәк етәксеһенән автомобилдәр менән бүләкләнә.
http://www.bashinform.ru/news/1192589-luchshie-kombaynyery-bashkortostana-poluchat-avtomobili-ot-rustema-khamitova/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика