10:03 (UTC+5), 01 Августа 2018

Республикала 1 сентябрҙә 50 меңдән ашыу беренсе класс уҡыусыһы мәктәпкә бара

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 1 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.Яҡынса мәғүмәттәр буйынса, Башҡортостанда яңы 2018-2019 уҡыу йылында 50 меңдән ашыу беренсе класс уҡыусыһы мәктәпкә бара, ун беренселәр 19 меңдән күберәк. Республика Мәғариф министрлығында ошондай фараз бирәләр. Былтыр төбәктә 52 мең уҡыусы тәү тапҡыр мәктәп тупһаһына аяҡ баҫты.
Беренсе класҡа 6,5 йәштәге балалар ҡабул ителә, ләкин һигеҙ йәштән дә һуң түгел.
Яңы уҡыу йылы алдынан бөтә ерҙә лә «Мәктәп йәрминкәләре» ойошторолған. Унда мәктәп кәрәк-яраҡтарын етештереүселәр, китап магазиндары, ҙур сауҙа предприятиелары һәм шәхси эшҡыуарҙар ҡатнаша.
Ата-әсәләр өсөн август — ҙур сығымдар айы. Улар әйтеүенсә, мәктәпкә әҙерләнеү яҡынса 10 мең һумға төшә.
Ләкин ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға һәм ғаиләләргә мәктәпкә йыйынырға Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ойошторған хәйриә акцияһы ярҙам итә.
Халыҡтан һәм предприятиеларҙан мәктәп кәрәк-яраҡтарын «Ғаилә» район-ара үҙәктәрҙә, шулай уҡ уларҙың республика ҡала-райондарындағы бүлексәләрендә йыялар. Канцелярия тауарҙары, яҙыу, һүрәт төшөрөү кәрәк-яраҡтары, дәфтәрҙәр, балалар ижады өсөн йыйылмалар яңы килеш ҡабул ителә. Портфелдәр, мәктәп формаһы, дәреслектәр, нәфис әҙәбиәт яңы йәки тотонолған булһа ла ярай.
Йыйылған канцелярия тауарҙары һәм мәктәп кәрәк-яраҡтары август аҙағында һаулыҡ мөмкинлектәре сикле, аҙ тәьмин ителгән күп балалы йәки тулы булмаған ғаиләләрҙәге, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға тапшырыла. Был ғаиләләр һәм балалар Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы ҡарамағындағы халыҡты социаль яҡлау учреждениеларында иҫәптә тора.
http://www.bashinform.ru/news/1192113-v-shkoly-bashkirii-1-sentyabrya-v-etom-godu-poydut-bolee-50-tysyach-pervoklassnikov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика