13:54 (UTC+5), 01 Август 2018

Республика Эске эштәр министрлығында Өфөлә өс йәшлек ҡыҙҙың юғалыуы тураһында тулыраҡ мәғлүмәт бирҙеләр

социаль селтәрҙәр
социаль селтәрҙәр
«Эш мәлендә ир ҡыҙсыҡты күҙ уңынан ысҡындырған. Ул баланы үҙ аллы табырға маташҡан, ләкин эҙләү ыңғай һөҙөмтә бирмәгәс, ул ошо осраҡ тураһында полицияға хәбәр иткән», — тип белдерҙеләр Башҡортостан Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Сабыйҙы эҙләүгә 100 ирекмән, кинологтар, полицияның төрлө бүлектәре хеҙмәткәрҙәре йәлеп ителде. Ҡыҙыҡайҙы төҙөлөп ятҡан йорттоң балкон ҡыйығында табып алдылар.
«Урынға шунда уҡ ҡотҡарыусылар ебәрелде. Хеҙмәткәрҙәр килгәндә, ир ҡыҙы эргәһенә төшкәйне инде. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Өфөләге эҙләү-ҡотҡарыу отряды хеҙмәткәрҙәре альпинистар ҡорамалы һәм баҫҡыс менән тәүҙә баланы, һуңынан атай кешене өҫкә мендерҙе. Табип-ҡотҡарыусы баланы тикшереп сыҡты, уның һыҙырылған урындан башҡа яралары юҡ. Ҡурҡынған ҡыҙыҡай «тиҙ ярҙам» бригадаһына тапшырылды», — тип аныҡлыҡ индерҙеләр Өфөләге Граждандарҙы яҡлау идаралығының матбуғат хеҙмәтендә.
Әле полиция тикшереү алып бара, унан һуң процессуаль ҡарар ҡабул ителергә тейеш.
http://www.bashinform.ru/news/1192075-v-mvd-bashkirii-soobshchili-podrobnosti-ischeznoveniya-trekhletney-devochki-v-ufe-video/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика