05:55 (UTC+5), 31 Июля 2018

Тирлән ауылында яңы физкультура-сәләмәтләндереү комплексы асыла

Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2018 йыл, 31 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Белорет районының Тирлән ауылында Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған батыр-тирләндәргә ҡуйылған һәйкәлде яңырттылар. Уның эргә-тирәһен тәртипкә килтерҙеләр. Күренекле яҡташтарҙың – Бөйөк Ватан һуғышы һалдаттарының портреттары менән өҫтәмә яңы постамент эшләнеләр. Тирлән ауылы дүрт Советтар Союзы Геройының һәм бер тулы Дан ордены кавалерының тыуған төйәге булыуы менән данлыҡлы. Һәйкәл эргәһенә газон үләне сәстеләр, фонарҙар ҡуйҙылар. Улар кискеһен төрлө төҫтәр менән яҡтыртып тора.
Быйыл «Ҡала мөхите» программаһы буйынса Тирлән ауылында ауыл паркын төҙөкләндереү: иҫке кәртәне алмаштырыу, юлдарға асфальт түшәү, яңы эскәмйәләр һәм сүп йәшниктәре ҡуйыу күҙалланған. Яңыртылған парк көҙ башында асыла.
Ауыл халҡы өсөн иң көтөп алынған ваҡиға сентябрь аҙағында була – был ваҡытҡа Тирлән ауылында яңы физкультура-сәлмәтләндереү комплексын асыу билдәләнгән, тип хәбәр иттеләр муниципалитеттың матбуғат хеҙмәтендә.
http://www.bashinform.ru/news/1191319-v-bashkirskom-sele-tirlyanskiy-otkroetsya-novyy-fizkulturno-ozdorovitelnyy-kompleks/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика