13:53 (UTC+5), 31 Июль 2018

Башҡортостанда 16 йәшлек үҫмер өйгә ут төрткән: йәш балалы ғаиләгә ярҙам кәрәк

«Был хәл көндөҙ булды, сабыйҙың температураһы күтәрелгәс, дауаханаға алып киттек, ата-әсәйебеҙ ҙә өйҙә юҡ ине. 16 йәшлек күршебеҙ телевизорҙы урламаҡсы булған, ләкин уны стенанан төшөрә алмаған. Йортҡа ингән эҙҙәрен йәшерергә маташып, уны үртәргә хәл иткән. Бесәнлектә ут яҡҡан, өс газ конфоркаһын ҡабыҙылған килеш ҡалдырған, — тип иҫенә төшөрә был көндө йәш әсә Дарья Славнова. — Туй алдынан ғына бында ремонт яһағайныҡ, яңы техника һатып алдыҡ, ләкин бөтәһе лә янып юҡҡа сыҡты. Әле ата-әсәйем ваҡытлыса бәләкәй мунсала йәшәй, артабан нимә эшләрбеҙ, белмәйем. Беҙ ирем һәм ҡыҙым менән Черниковкала».
Ҡатын әйтеүенсә, янғын һүндереүселәр ут дөрләп янғас ҡына килгән. Ялҡынды кискә генә һүндергәндәр. Ғәйепле суд тикшереүендә. 16 йәшлек үҫмерҙең балалар йортонда тәрбиәләнеүе, уның бер нисә тапҡыр интернаттан ҡасыуы билдәле. Үҫмер йәшәгән өй өләсәһенеке. Яңыраҡ ул яҡты донъя менән хушлашҡан.
«Әле документтарҙы тергеҙеү менән шөғөлләнәм. Һәр төрлө ярҙамды ҡабул итәбеҙ, сөнки барлыҡ әйберҙәребеҙ янып бөттө. Һауыт-һаба, мендәрҙәр, юрғандар кәрәк. Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн - 42-44, ир кешегә 48-50 үлсәмле, шулай уҡ балаға кейемдәр. Һаҡлыҡ банкы картаһының номеры 4276060062672202, Дарья Славнова», — тип вайымһыҙ булмаған кешеләргә мөрәжәғәт итте йәш әсә.
http://www.bashinform.ru/news/1191658-v-bashkirii-16-letniy-podrostok-szheg-dom-molodoy-seme-s-grudnym-rebenkom-nuzhna-pomoshch/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика