Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
16+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Июль 2018, 14:02
«Рәсәй ирекмәне» Бөтә Рәсәй конкурсы иғлан ителде
ӨФӨ, 2018 йыл, 30 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.Ирекмән йылы сиктәрендә «Рәсәй ирекмәне» Бөтә Рәсәй конкурсы башланды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.
Конкурста ҡатнашыуға ирекмән коммерцияға ҡарамаған ойошмалар һәм берекмәләр, инициативалы ирекмән төркөмдәре лидерҙары, етәкселәре һәм вәкилдәре саҡырыла.
«Рәсәй ирекмәндәре»
берҙәм мәғлүмәт системаһында конкурсты уҙғарыу тураһында положение менән танышырға, теркәлергә һәм ғариза бирергә мөмкин.
«Илһамланғандар (сәнғәт менән)» номинацияһы музейҙарҙа, китапханаларҙа, мәҙәниәт йорттарында, театрҙарҙа, кинотеатрҙарҙа, мәҙәниәт үҙәктәрендә, парктарҙа һәм башҡа учреждениеларҙа үткәрелгән мәҙәни йүнәлешле, шулай уҡ мәҙәни байлыҡты һаҡлау һәм үҫтереү, мәҙәни киңлектәрҙең асыҡлығы һәм популярлығының яңы атмосфераһын булдырыу өлкәһендәге проекттарға булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән. «Киләсәккә ышанғандар» номинацияһы ветерандар тураһында хәстәрлек, тарихи хәтерҙе һаҡлау өлкәһендәге проекттарҙы хуплай.
Конкурс һигеҙ йыл дауамында ойошторолоп килә һәм Рәсәйҙә Ирекмән йылының төп проекты булып тора. 2015 һәм 2017 йылдарҙа «Рәсәй ирекмәне» премияһын тапшырыу тантанаһында Рәсәй президенты Владимир Путин ҡатнашҡайны.
http://www.bashinform.ru/news/1190894-obyavlen-vserossiyskiy-konkurs-dobrovolets-rossii/
Теги:
конкурс
рәсәй ирекмәне
Читайте нас: