10:00 (UTC+5), 30 Июль 2018

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы: федераль һәм төбәк льготалылары дарыуҙар менән тулыһынса тәьмин ителгән

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 30 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда льготалылар өсөн дарыуҙар бүлеүгә бәйле проблема тулыһынса хәл ителгән. Республика Хөкүмәтендәге аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә төбәк Һаулыҡ һаҡлау министрлығы етәксеһе Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың йөкләмәһен үтәү тураһында отчет бирҙе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 5 июндә төбәк етәксеһе граждандарҙың льготалы категорияларын дарыуҙар менән тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә уҙғарҙы, уның йомғаҡтары буйынса 1 июлгә төбәк һәм федераль льготалыларҙы препараттар менән тәьмин итеү хаҡында мәсьәләне тулыһынса хәл итеү бурысы ҡуйылғайны.
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Әнүәр Бакиров һүҙҙәренсә, Башҡортостан башлығының йөкләмәһе тулы күләмдә башҡарылған, әлеге мәлдә республикала кисектерелгән хеҙмәтләндереүҙә рецептар юҡ.
— Бөгөнгә федераль льгота буйынса барлыҡ рецептар бүленгән ассигнованиелар сиктәрендә тәьмин ителгән. Төбәк льготаһы буйынса ла кисектерелгән тәьминәттә рецептар юҡ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Әнүәр Бакиров.
Ведомство етәксеһе дарыуҙар бүлеүҙә өҙөклөктәр булыуҙың сәбәптәрен иҫкә төшөрҙө. Улар — йыйылма ғаризаны формалаштырыуҙы, конкурс процедураларын үткәреү ваҡытын боҙоу һәм федераль льготалыларға федераль бюджет аҡсаһының һуңлап килеүе. Һаулыҡ һаҡлау министрлығында уҙғарылған хеҙмәт тикшереүе йомғаҡтары буйынса, Техник тәьминәт дәүләт ҡаҙна учреждениеһы директоры эшенән бушатылған, министрлыҡтағы ҡайһы бер хеҙмәткәрҙәргә дисциплинар яза бирелгән.
Әнүәр Бакиров билдәләүенсә, Башҡортостан Хөкүмәте бойороғо менән өҫтәмә рәүештә 300 миллион һум бүленгән, улар 2018 йылдың икенсе ярты йыллығында орфан сирҙәр менән яфаланған пациенттарҙы дарыуҙар менән тәьмин итеүгә йүнәлтелә. Шулай итеп, 2018 йылда бөтәһе дарыуҙар тәьминәте өсөн республика бюджетында 1,7 миллиард һум ҡаралған (2017 йыл менән сағыштырғанда 594 миллион һумға күберәк). Шуның менән бергә Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары өсөнсө уҡыуҙа дауалау федераль ҡаҙнанан финансланған орфан ауырыуҙарҙың исемлеген киңәйткән закон проектын ҡабул итте. Республика бюджетына йөкләмәнең кәмеүе, яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, 300-ҙән 600 миллион һумға тиклем тәшкил итә.
Шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау министры әлеге ваҡытта республикала автоматлаштырылған программаны формалаштырыуҙың тамамланыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ул пациентты иҫәпкә ҡуйыуҙан башлап препаратты алғанға тиклем уны льготалы препараттар менән тәьмин итеүҙе күҙәтеп барырға һәм киләсәктә ошондай өҙөклөктәргә юл ҡуймаҫҡа мөмкинлек бирергә тейеш.
http://www.bashinform.ru/news/1191067-minzdrav-bashkortostana-federalnye-i-regionalnye-lgotniki-polnostyu-obespecheny-lekarstvami/
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика