12:27 (UTC+5), 30 Июль 2018

Башҡортостан вуздары уҡырға алыу тураһында тәүге бойороҡтарҙы баҫтырып сығарҙы

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 30 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 29 июлдә Башҡортостан вуздары уҡырға алыу тураһында тәүге бойороҡтарҙы баҫтырып сығарҙы. Ҡабул итеү кампанияһының берҙәм календарына ярашлы, маҡсатлы йүнәлтмә менән килгән абитуриенттар, шулай уҡ айырым хоҡуҡҡа эйә булғандар (инвалидтар, етемдәр), һынауһыҙ уҡырға алынған уҡыусылар олимпиадаһы еңеүселәре һәм призерҙары студент булды.
М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында 9229 пакет документ ҡабул иткәндәр. Иң ҙур конкурс художество-графика факультетында: дизайн, «Мөхит дизайны, График дизайн» йүнәлештәре — бер урынға 22 кеше һәм социаль-гуманитар факультетта: «Иҡтисад һәм идара итеү» йүнәлеше — бында ла бер урынға 22 кеше. Артабан филологик белем биреү һәм мәҙәни-ара коммуникациялар институты килә: лингвистика, «Тәржемә һәм тәржемә итергә өйрәнеү (инглиз, немец һәм француз телдәре)» — бер урынға 21 кеше һәм тәбиғәт-география факультеты: биология, «Биоэкология», «Генетика» йүнәлештәре — бер урынға 17 кеше; тарихи һәм хоҡуҡи белем институты: педагогик белем биреү, «Йәмғиәтте өйрәнеү һәм һайлау буйынса профиль» — бер урынға 16 кеше һәм «Хоҡуҡ һәм хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеге» — бер урынға 21 кеше.
Бөгөнгә Башҡорт дәүләт педагогия университетында 130 белем биреү программаһы тормошҡа ашырыла. Быйыл бюджет урындары һаны уҙған йыл менән сағыштырғанда 66-ға артҡан. Федераль ҡаҙнаның бюджет ассигнованиелары иҫәбенә 1699 урын бүленгән. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты — Башҡортостанда педагогик магистратураны ғәмәлгә ашырған берҙән-бер юғары уҡыу йорто. Вузда уңышлы алып барылған онлайн-магистратура теләһә ниндәй урында һәм уңайлы ваҡытта уҡырға мөмкинлек бирә.
Вуздарға конкурс буйынса һайлап алыуҙың киләһе этабы 3 августа уҙа. Был көндә булған бюджет урындарының 80% бүленә. Беренсе этапта ҡатнашыу өсөн 1 августан да һуңға ҡалмайынса һайлаған уҡыу йортоноң ҡабул итеү комиссияһына аттестаттың төп нөсхәһен һәм уҡырға алыныуға яҙма ризалыҡ килтерергә кәрәк.
Урындарҙың ҡалған 20% 8 августа икенсе этапта бүленә. Конкурс буйынса һайлап алыуҙа беренсе этапта уҡырға алынмаған һәм 6 августан һуңға ҡалмайынса ҡабул итеү комиссияһына белем тураһында документтың төп нөсхәһен һәм уҡырға алыныуға яҙма ризалыҡ тапшырған абитуриенттар ҡатнаша.
http://www.bashinform.ru/news/1191147-vuzy-bashkirii-opublikovali-pervye-prikazy-o-zachislenii/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика