10:20 (UTC+5), 27 Июль 2018

Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары Ҡытай менән хеҙмәттәшлек итә – Рөстәм Хәмитов

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 27 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Республиканың юғары уҡыу йорттары Ҡытай Халыҡ Республикаһы менән әүҙем эшмәкәрлек алып бара. Был турала Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Ҡытайҙың алдынғы киң мәғлүмәт саралары – «Синьхуа» мәғлүмәт агентлығы һәм Ҡытайҙың Үҙәк телевидениеһы вәкилдәренә интервьюла һөйләне.
Атап әйткәндә, һүҙ Башҡорт дәүләт университеты тураһында бара. Вузда Рәсәй-Ҡытай бизнес-инкубаторы булдырылған. Унда студенттар бизнес төҙөү буйынса Ҡытай алымдарын өйрәнә, Ҡытай Халыҡ Республикаһында стажировкалар ҙа ҡаралған. Башҡорт дәүләт медицина университеты Ҡытайҙың медицина ғилми даирәләре менән әүҙем эш алып бара.
Шулай уҡ Башҡортостан Башлығы йәштәрҙең ҡыҙыҡһыныуы ҡытай теле яғына күсеүен билдәләне.
- Бөгөн ул донъяның иң ҙур иҡтисады һәм күптәргә хәҙерге заман кешеһе ҡытай телен белмәй, ғөмүмән әйткәндә, элек тойолғанса уңышлы була алмаҫы аңлашыла башланы, - тине Рөстәм Хәмитов.
«Волга – Янцзы» программаһы сиктәрендә һөйләшеүҙәр иҡтисадты, сәнәғәт етештереүен, инвестицияларҙы үҫтереү йүнәлешендә генә алып барылмай, тип айырып әйтте төбәк етәксеһе.
Шулай уҡ гуманитар өлкәлә лә хеҙмәттәшлек өйрәнелә – ул йүнәлеш тә Башҡортостан өсөн мөһим булып тора.
Интервьюны тулыһынса Башҡортостан Башлығының рәсми сайтында уҡығыҙ.
http://www.bashinform.ru/news/1190621-vuzy-bashkortostana-sotrudnichayut-s-kitaem-rustem-khamitov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика