07:45 (UTC+5), 26 Июль 2018

Мәләүез районында ауыл мәҙәниәт йортон ремонтлайҙар

Берҙәм Рәсәй бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 26 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Мәләүез районының Дарьино ауылында «Реаль эштәр» партия проекты сиктәрендә мәҙәниәт йортон ремонтлайҙар. Бинаның алғы яғын яңыртыу буйынса эштәр 1 июлдә башланған, ауыл мәҙәниәт йортон 10 августа асыу күҙаллана. Учреждениела заманса техник тәьминәт барлыҡҡа киләсәк. Быйыл районда ауыл мәҙәниәт йорттарын йүнәтеүгә республиканан һәм муниципаль бюджеттан 1,3 миллион һум бүленгән, тип хәбәр иттеләр «Берҙәм Рәсәй»ҙең матбуғат хеҙмәтендә.
«Мәҙәниәт йорто – йәштәрҙе йәлеп итеү үҙәге, ветерандар өсөн ял саралары уҙғарыу урыны. Бында балалар өсөн секциялар, китапхана һәм музей эшләй. Бынан тыш, проект сиктәрендә ауыл биләмәһендә 150-нән ашыу урам фонары ҡуйылған», – тип һөйләне Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаты һәм төбәк координаторы Таһир Ғизәтуллин.
http://www.bashinform.ru/news/1189939-v-bashkirii-v-meleuzovskom-rayone-remontiruyut-sdk/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика