12:50 (UTC+5), 25 Июля 2018

Өфөләге күл буйында 90-ға яҡын ватылған һәм теүәл терегөмөш лампаһы табылған

proural.info
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2018 йыл, 25 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук. Төбәктәге Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына Өфөләге битараф булмаған ҡатын мөрәжәғәт иткән. Һөнәре буйынса эколог ҡатын Индустриаль шоссе урамындағы Волчок күле буйында бер нисә тиҫтә терегөмөш лампаһы ташланған тип хат яҙған. Уларҙың ҡайһы берәүҙәре ватылған.
25 июлдә ведомство инспекторҙары шул урынға барып, был осраҡты теркәгән.
«Беҙҙең белгестәр һәр ҡайһыһында 2-шәр миллиграмм терегөмөш булған 86 берәмек көндөҙгө яҡтылыҡ лампаһы тапты», — тип аңлатты «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Өфө территориаль идаралығы бүлеге етәксеһе Василий Вахмянин.
Һуңынан ведомство белгестәре күл буйына терегөмөш ҡалдыҡтарын йыйыу менән шөғөлләнеүсе фирма хеҙмәткәрҙәрен саҡырған. Әлеге ваҡытта биләмә хәүефле сүп-сарҙан таҙартылған.
Полиция ғәйеплеләрҙе эҙләй.
http://www.bashinform.ru/news/1189774-v-ufe-na-beregu-ozera-nashli-pochti-90-razbitykh-i-tselykh-rtutnykh-lamp/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика