11:30 (UTC+5), 25 Июля 2018

Башҡортостан ҡурсаулығында иң яҡшы бесән сабыусыларҙы асыҡланылар

Башҡортостан тәбиғәт ҡурсаулығы
Башҡортостан тәбиғәт ҡурсаулығы
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2018 йыл, 25 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостан дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығында бесән сабыусылар араһында традицион ярыштар үтте.
«Башҡортостан ҡурсаулығының иң яҡшы бесән сабыусыһы» исеме өсөн 18 ҡатнашыусы – улар араһында Бөрйән районының төрлө ауылдарынан һигеҙ ҡатын-ҡыҙ һәм ун ир-егет көрәште. Бик күп ҡунаҡтар булды. Жюри һөнәри белемдәрен генә түгел, сыҙамлыҡтарын, сабыу техникаһын да баһаланы. Эште башҡарыу ваҡыты ла иҫәпкә алынды.
Ир-егеттәр араһында беренсе урынды – Һарғая ауылында йәшәүсе Әсхәт Хәмитов, икенсене – Әбделмәмбәттән Рафаэль Фәтҡуллин, өсөнсөнө Морат Ғәсимов алды.
Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Һарғая ауылынан Зөлфиә Фәхретдинова иң яҡшыһы булды. Ул бесән сабыу буйынса юғары кимәлдәге ярыштарҙа бер нисә тапҡыр сығыш яһаған, Әртә ҡалаһында Рәсәй бесән сабыусылар конкурсында еңеүсе булған. Икенсе урында – Иҫке Собханғол ауылынан Зилә Ғайсина, өсөнсөлә – Әбйәлил районынан Лилиә Мөхәмәтғәлина, тип хәбәр иттеләр ҡурсаулыҡта.
Конкус Башҡортостан ҡурсаулығы хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән күңелле концерт менән тамамланды.
http://www.bashinform.ru/news/1189539-v-bashkirskom-zapovednike-opredelili-luchshikh-kosarey-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика