18:15 (UTC+5), 25 Июль 2018

Баш ҡалала Ағиҙел йылғаһы аша күперҙе иртәнге сәғәт биштә асалар: яңы хәрәкәт схемаһы һәм тиҙлекте сикләү

асыҡ сығанаҡтарҙан
асыҡ сығанаҡтарҙан
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2018 йыл, 25 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Кесе йома, 26 июлдә, ремонтланған Ағиҙел күпере буйлап яңы хәрәкәт схемаһы иртәнге сәғәт биштә эшләй башлай.
«Ҡаланан иҫке күпер буйлап ике һыҙат буйынса сығырға мөмкин була. Әммә унан еңел транспорт ҡына үтә аласаҡ, йөк транспортына һәм автобустарға йөрөү тыйыла. Бынан тыш, күперҙә сәғәтенә 40 саҡрым тиҙлек сикләүе буласаҡ», — тип асыҡлыҡ индерҙе белгестәр.
Ингән ерҙә хәҙер махсус сикләү габарит ҡапҡалары һәм юл билдәре ҡуйылған. Күперҙә юл-патруль хеҙмәте экипаждары дежурҙа торасаҡ. Һыуыҡта Ағиҙел күперендә сикләүҙәр буласаҡ: улар тураһында киң мәғлүмәт саралары иҫкәртәсәк.
«Күрше яңы күперҙә теге йәки был йүнәлештә һыҙаттарҙы арттырыу мөмкинлеге менән реверсив хәрәкәт һаҡланасаҡ - өс һыҙат ҡаланан сығыуға һәм өс һыҙат - инеүгә», — тип билдәләне белгестәр.
Шул рәүешле, Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың күперҙе ремонтлау буйынса йөкләмәһен юл хеҙмәткәрҙәре, Өфө хакимиәте, республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре үтәне.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Ағиҙел күперендә деталдәрҙең туҙыуы сәбәпле быйыл ҡышҡыһын йөк машиналарына хәрәкәт сикләнде, һуңынан транспорт өсөн юл тулыһынса ябылды.
http://www.bashinform.ru/news/1189825-belskiy-most-v-ufe-otkroyut-v-pyat-utra-novaya-skhema-dvizheniya-i-ogranichenie-skorosti/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика