09:10 (UTC+5), 24 Июля 2018

Рөстәм Хәмитов геофизик Геннадий Казанинды Салауат Юлаев ордены менән бүләкләне

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 24 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 24 июлдә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Диңгеҙ Арктика геологик тикшеренеү экспедицияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Геннадий Казанинға Салауат Юлаев орденын тапшырҙы.
Бүләкләү тантанаһы Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Фән буйынса советтың республикала геопарктарҙы үҫтереүгә һәм ғилми оҙатыуға арналған ултырышы сиктәрендә үтте.
Геннадий Казанин – күренекле Совет һәм Рәсәй геофизигы, Анлантик океанында, Төньяҡ Боҙло океанының Баренцев һәм Кара диңгеҙҙәрендә бик күп диңгеҙ геофизик һәм сейсмик тикшеренеү экспедицияларында ҡатнашыусы. 1986-1987 йылдарҙа Антарктикаға «Геолог Дмитрий Наливкин» ғилми-тикшеренеү судноһының беренсе походы менән етәкселек иткән, Рәсәй Фәндәр академияһының ғәмәлдәге ағзаһы. Хәҙер Геннадий Казанин хәйриәлек эшмәкәрлеге менән әүҙем шөғөлләнә – Мурманскиҙағы һәм үҙе тыуып үҫкән Башҡортостандың Федоровка районы Покровка ауылындағы балалар йорттарына ярҙам итә.
- Геннадий Семенович республикаға, атап әйткәндә, Федоровка районына ярҙам күрһәтеү йәһәтенән ҙур эш алып бара. Был эштәге ҡаҙаныштары өсөн Казанин Геннадий Семёновичты бүләкләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙым, — тине Рөстәм Хәмитов.
Салауат Юлаев ордены – Геннадий Казаниндың тәүге наградаһы түгел. 2008 йылда ул – Почет ордены, 2002 йылда икенсе дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орден миҙалы менән бүләкләнде.
http://www.bashinform.ru/news/1189329-rustem-khamitov-nagradil-geofizika-gennadiya-kazanina-ordenom-salavata-yulaeva/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика