12:55 (UTC+5), 20 Июля 2018

Тағы ла бер авиакомпания Өфөнән Санкт-Петербургка тура рейстар аса

vk.com/s7airlines
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2018 йыл, 20 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. 2019 йылдың 27 апреленән S7 Airlines компанияһы Өфөнән Санкт-Петербургка тура рейстар асырға ниәтләй. Ошо хаҡта авиакомпанияның рәсми сайтында хәбәр ителә.
Расписаниеға ярашлы, «Аэробус А319» Башҡортостандан төньяҡ баш ҡалаға дүшәмбе, шишәмбе, кесе йома һәм шәмбе һайын иртәнге сәғәт 6 тула 10 минутта осасаҡ. Кире яҡҡа – төнгө 1-се яртыла. Бер яҡҡа иң түбән билет хаҡы 4,5 мең һум тәшкил итә (эконом-база тарифы).
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, әле Өфөнән Санкт-Петербургка тура рейстарҙы «Рәсәй» авиакомпанияһы башҡара.
http://www.bashinform.ru/news/1188494-eshche-odna-aviakompaniya-zapustit-pryamye-reysy-iz-ufy-v-sankt-peterburg/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика