03:50 (UTC+5), 20 Июль 2018

Рөстәм Хәмитов ЮНЕСКО эксперты менән «Янғантау» геопаркы тураһында фекер алышты

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 20 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ЮНЕСКО-ның глобаль геопарктар селтәре эксперты, Халыҡ-ара ер аҫты һыу ресурстарын баһалау үҙәге консультанты Сурен Гевинян менән осрашты.
Рәсәйҙә беренсе булып ЮНЕСКО статусын алыуға дәғүә итеүсе «Янғантау» геопаркы фекер алышыу темаһы булды.
Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев Салауат районы биләмәһендә «Янғантау» геопаркы ойоштороу тигән ҡарар 2017 йылдың июнь айында Өфөлә үткән Халыҡ-ара экологик форум сиктәрендә ҡабул ителгәнен хәтергә төшөрҙө. 2018 йылдың июлендә республикала халыҡ-ара белгестәрҙе көтәләр, улар геологик парк биләмәһен ҡараясаҡ. Илдар Һаҙыев геопаркты ойоштороуҙа Сурен Гевиняндың ролен айырым билдәләп үтте һәм статус биреүгә ғаризаның 2018 йылдың сентябрендә ҡараласағын хәбәр итте.
- Геологик планда республика ҡыҙыҡлы. Уны беҙҙә булып киткән байтаҡ белгестәр билдәләй. Беҙҙә, ғөмүмән әйткәндә, бөтә нимәне – тауҙарҙы, тигеҙ ерҙәрҙе, далаларҙы күрергә мөмкин, - тине Рөстәм Хәмитов. - Беҙ геопарктар аша республикабыҙға ҡарата туристик берләшмәләрҙең иғтибарын йәлеп итергә, тәбиғәтебеҙҙе ҡарарға теләүсе халыҡ ағымын ойошторорға теләйбеҙ.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар «Янғантау» геопаркын ЮНЕСКО-ның глобаль исемлегенә индереү Салауат районында индустрияға ҡарамаған үҫеш драйверы буласағын, биләмәнең геологик, археологик һәм мәҙәни мираҫын һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирәсәген, шулай уҡ өҫтәмә табыш килтерәсәген билдәләне.
- Һеҙҙә күптәрҙә булмаған нәмәләр бар. Иҫ киткес тәбиғәтегеҙ, ғәжәп тарихығыҙ. Гелогияғыҙ бик ҡыҙыҡ. Иң мөһиме, һеҙҙә йолаларҙы һаҡлаусы бик һәйбәт кешеләр. Һеҙҙең үҫешкән ғилми мәктәбегеҙ бар, – тине Сурен Гевинян. – Геопарктың глобаль исемлеккә инеүе туризм, музейҙарға йөрөү, сувенирҙар етештереү, бал һатыу ярҙамында өҫтәмә табыш килтерәсәк. Кемдәрҙер гид булып эшләйәсәк, берәүҙәр – кешеләрҙе өйөндә ҡабул итәсәк, икенселәр кейем бесеү һәм тегеү менән шөғөлләнәсәк, уҡытасаҡ, туристар өсөн аҙыҡ-түлек етештерәсәк. Шулай уҡ яңы статус менән халыҡ-ара кимәлдәге сараларҙы уҙғарыу еңелерәк буласаҡ.
1 из 3
http://www.bashinform.ru/news/1188126-rustem-khamitov-obsudil-s-ekspertom-yunesko-geopark-yangan-tau/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика