12:30 (UTC+5), 19 Июля 2018

Башҡортостан «көмөш» ирекмәнлек үҙәктәре булдырыу буйынса бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәре иҫәбендә

асыҡ сығанаҡтарҙан
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2018 йыл, 19 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Рәсәйҙә 15 ирекмәндәр ойошмаһы «көмөш» ирекмәнлек үҙәктәре булдырыу буйынса бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәре булды. Алдынғылар араһында Башҡортостан Республикаһының «Өсөнсө йәштәге халыҡ университеты» социаль үҙәге» төбәк йәмәғәт ойошмаһы, тип хәбәр итә төбәктәге Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте.
«Аҡсалата бүләктәрҙән тыш, еңеүселәр тәҡдим ителгән проекттарҙы уңышлы һәм тиҙ эшләтеп ебәреү өсөн федераль үҙәктән консультация һәм методик ярҙам ала. Рәсәйҙә тәүге 15 «көмөш» ирекмәнлек үҙәге үҙ ишектәрен ағымдағы йылдың сентябре аҙағына тиклем асыр тип күҙаллана», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр ведомствола.
Конкурсты «Быуындар хәтере» хәйриә фонды менән берлектә Ирекмәнлек үҙәктәре ассоциацияһы уҙғарҙы.
http://www.bashinform.ru/news/1187978-bashkiriya-v-chisle-pobediteley-vserossiyskogo-konkursa-po-formirovaniyu-tsentrov-serebryanogo-volon/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика