07:20 (UTC+5), 19 Июль 2018

Башҡорт Википедияһында Салауат районы порталы барлыҡҡа килде

Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2018 йыл, 19 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Популяр интернет-энциклопедияның башҡорт бүлегендә яңы тематик вики-портал барлыҡҡа килде. Ул Салауат районы менән бәйле мәҡәләләрҙе системалаштыра. Был турала «Башинформ» агентлығына Википедияның әүҙем ирекмәне, З. Әйле тигән ижади псевдоним аҫтында билдәле журналист Зәйтүнә Ниғәмәтйәнова хәбәр итте.
«Беҙ, Салауат районынан сыҡҡан, Башҡорт Википедияһының әүҙем мөхәррирҙәре, өсәү, тағы бер нисә яңы кеше ҡушылырға тейеш. Беҙ ә ниңә Салауат районы порталын булдырмаҫҡа тигән уй-хыял менән дәртләнеп киттек. Уны Ансар Нуретдинов тәҡдим итте, Миңһылыу Абдуллина менән беҙ күтәреп алдыҡ. Википедияның шуныһы һәйбәт, рөхсәт алырға йәки берәйһен шуны эшләргә һорарға кәрәкмәй. Үҙебеҙ ҡарар иттек һәм интернет-энциклопедия алып барыу буйынса дөйөм ҡағиҙәләр сиктәрендә үҙебеҙ эшләп тә ҡуйҙыҡ».
Порталдар, йә иһә вики-порталдар – билдәле бер тема йәки белем өлкәһе буйынса тематик веб-сайттарға тиң тиерлек төп биттәр ул. Порталдар уҡыусыларға һәм авторҙарға теманы уңайлы күҙәтеү өсөн эшләнә. Бындай тәжрибә Рус Википедияһында киң ҡулланыла, әле рус телендә улар 600-ҙән артып киткән. Шул иҫәптән «Башҡортостан», «Стәрлетамаҡ», «Ишембай» порталдары бар.
«Башҡорт Википедияһында тәжрибәле мөхәррирҙәр һаны артыу менән бында даими рәүештә тематик порталдар булдырыла. Былтыр Бөрйән районы порталы эшләнде һәм әүҙем үҫешә. Салауат районынан сыҡҡан мөхәррирҙәр, башҡорт бүлегенең әүҙем ирекмәндәре үҙҙәренең кесе ватаны тураһында портал эшләргә булыуы маҡтауға лайыҡ. Улар был эшкә бик ижади килде – портал эсендә бүлектәр күп, уларҙа мәғлүмәттәр йыш ҡына яңырып торасаҡ. Интернет-энциклопедияның башҡорт бүлегендә киләсәктә йөҙләгән тематик портал эшләүебеҙгә һис тә шикләнмәйем – уға тәүшарттар бар», — тип ваҡиғаға аңлатма бирҙе Башҡорт Википедияһы хакимы Рөстәм Нурыев.
http://www.bashinform.ru/news/1187819-v-bashkirskoy-vikipedii-poyavilsya-portal-salavatskogo-rayona/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика