Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
22+ °C
Ясна
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Июль 2018, 16:50
Бөтә Рәсәй буйлап табиптар Башҡортостан анестезиологын яҡлап, флешмобҡа ҡушыла
социаль селтәрҙәр
ӨФӨ, 2018 йыл, 19 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Учалынан табип-анестезиолог яҡлы флешмоб бөтә Рәсәй буйлап таралды. Илдең төрлө ҡалаларынан медицина хеҙмәткәрҙәре социаль селтәрҙәрҙә эш урындарынан селфи ҡуя. Акцияны медицина этикаһын боҙоуҙа ғәйепләнеүсе коллегаһын хуплап, табип Ринат Абдрахманов тәҡдим иткән. Фотолар #АнестезиологТаКеше хэштегы менән тарала.
Аҡ халатлылар медицина учреждениеларының төрлө мөйөштәренән фотолар һала, әммә әлеге бер кемдең дә пациент менән төшкән фотоһын баҫтырып сығарырға батырлығы етмәгән.
Операция бүлегенән кушеткалағы ауырыу менән бергә төшкән селфи Учалы табибына ҡарата Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитетына тикшереү башларға сәбәпсе булған.
http://www.bashinform.ru/news/1187762-vrachi-po-vsey-rossii-podderzhivayut-fleshmob-v-podderzhku-anesteziologa-iz-bashkirii/
Автор:
Наталья Овчарук
Теги:
башҡортостан
анестезиолог
флешмоб
селфи
учалы
Читайте нас: