09:30 (UTC+5), 18 Июля 2018

Башҡортостанда юғалған 28 йәшлек Учалыла йәшәүсе ҡатындың ире: «Уның менән нимә булған һәм ҡайҙа эҙләргә, белмәйем»

Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2018 йыл, 18 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығыЭльмира Сабирова/. «Наталья тураһында бер ниндәй мәғлүмәт юҡ. Уның менән нимә булған һәм ҡайҙа эҙләргә, белмәйем, — тип һөйләне «Башинформ» агентлығы журналисына юғалған ҡатындың ире Эдуард Ғарипов. – Ул бер ҡасан да еңел аҡыллы булманы, беҙ өйләнгәнгә ете йыл. Наташа бер ҡасан да ғаиләһен, балаларын ташламаҫ ине. Бер экстрасенс ҡатынымды ниндәйҙер бер ир ысҡындырмай тота тип әйтте. Ул ташландыҡ өйҙә бикле тора, унда бысҡы вағының еҫе бар. Эргәһендә иҫке ағас, асыҡ төҫтәге машина. Күрәҙәсе һүҙҙәренсә, мин ул урынды белергә тейеш, әммә мин белмәйем, бәлки, иҫләмәйемдер».
Эдуард ҡатынын эҙләү эше нисек барғанын белер өсөн көнөнә бер нисә тапҡыр полицияға шылтыратыуын һөйләне, әммә унда бер ниҙә әйтмәйҙәр.
«Мин хоҡуҡ һаҡлау органдарының эште асыҡлау өсөн нимә эшләгәндәрен дә белмәйем, — ти Эдуард. – Миңә ҡатынымды Белоретҡа тиклем алып барған водитель уны Октябрҙең 50 йыллығы урамында төшөрөп ҡалдырыуы тураһында яҙҙы. Уны һорау алыуға саҡырғандар, башҡа бер ни ҙә белмәйем. Бөгөн Наташаның атаһы һорашып-белешер өсөн йәнә Белоретҡа барырға тейеш. Ҡатынымдың әхирәттәре һәм таныштары ла бер нимә белмәй. Балалар әлегә әсәйемдә, сөнки мин дә эҙләнеү менән мәшғүл».
Юғалған ҡатындың ире битараф булмаған кешеләрҙән ҡатынын табырға ярҙам һорай.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Наталья шәмбе, 14 июлдә, киске 10-дар тирәһендә ата-әсәһенән Уральск ауылынан Учалыға ҡайтып килгәндә юғалған.
http://www.bashinform.ru/news/1187497-muzh-propavshey-v-bashkirii-28-letney-uchalinki-ya-ne-znayu-chto-s-ney-moglo-sluchitsya-i-gde-iskat/
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика