06:45 (UTC+5), 17 Июля 2018

Ябығырға ярҙам иткән 13 аҙыҡ-түлек аталған

Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 17 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Диетолог ғалимдар организмдың минералдарҙа һәм витаминдарҙа бөтә ихтыяжын ҡәнәғәтләндерә алған һәм һаулыҡҡа зыян килтермәй ябығырға ярҙам иткән төп аҙыҡ-түлекте атаны. Исемлек 13 юлдан тора, тип хәбәр итә «Известия» баҫмаһы.
Рейтингты баҙам (миндаль), бразил сәтләүеге һәм шыттырылған бойҙай етәкләй. Ғалимдар билдәләүенсә, уларҙа организмға бик кәрәкле витаминдар һәм минералдар ҙур күләмдә бар. Шул иҫәптән улар магнийға, тимергә, кальцийға һәм күҙәнәкле туҡымаға бай.
Шулай уҡ исемлектә яҫы борсаҡ, һоло бутҡалары, картуф, кале кәбеҫтәһе, брокколи һәм авокадо бар.
Тауыҡты, балыҡты һәм йомортҡаны диетологтар мотлаҡ ризыҡҡа индергән. Уларҙың һүҙҙәренсә, балыҡ файҙалы майҙарға бай, тауыҡ ите бик яҡшы аҡһым сығанағы булып тора, ә йомортҡала лейцин – организмға кәрәкле аминокислота бар.
Бынан тыш, ябығыусыларға күберәк ҡара көртмәлене ашарға кәңәш итәләр, сөнки был еләктә май күҙәнәктәренең үҫешен тотҡарлаусы үҫемлек полифенолы күп.
http://www.bashinform.ru/news/1186806-nazvany-13-pomogayushchikh-pokhudet-produktov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика